Хөкүмәт йортонда Премьер-министр урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов етәкселегендә Ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы кәңәшмәһе булды. Совет ағзалары тыуым күрһәткестәренә анализ, республикалағы заманса ғаилә, төрлө хеҙмәттәрҙең ғаилә институты үҫешенә йәлеп ителеүе һәм башҡалар тураһында һөйләште.
– Белем биреү ойошмаларында ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу, студенттар ғаиләләренә ярҙам саралары, ғаилә ялын, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләргә ташламалар биреүҙе ойоштороу – был мәсьәләләр даими иғтибарҙы талап итә. Күп осраҡта тыуым финанс, шулай уҡ ғаиләгә һәм ғаиләлеккә имидж ярҙамына бәйле, - тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары хәбәр итеүенсә, дәүләт йәмғиәт талаптарына һөҙөмтәле йоғонто яһарға, кешелек потенциалы үҫешенә хеҙмәт итеүсе программаларҙы һәм механизмдарҙы сафҡа индерергә тейеш.
Башҡортостандың былтырғы ғаилә сәйәсәтенең төп йүнәлештәре һәм мәсьәләләре тураһында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Министр әйтеүенсә, республикала ғына түгел, тотош Рәсәй буйынса демография буйынса төп проблемаларҙың береһе – тыуым кимәле.
- Ғаилә сәйәсәте өлкәһендәге мәсьәлә – йәмғиәттең барлыҡ тармаҡтарының күп балалыҡтың норма булыуы өсөн ғаиләләргә йүнәлешлелеген ойоштороу. Бының өсөн балалы ғаиләләр өсөн хеҙмәттәрҙән файҙалана алыуҙы, ойошмаларға мөрәжәғәт итеүҙе, ғаилә йөкләмәләре булған хеҙмткәрҙәрҙең хеҙмәт функциялары менән бергә алып барыу өсөн шарттар булдырыуҙы ойоштороу, ғаилә йөкләмәләре булған хеҙмәткәрҙәргә корпоратив ярҙам сараларын сафҡа индереү мотлаҡ, - тине Ленара Иванова.
Яңы “Ғаилә” милли проекты биш федераль проектты һәм барлыҡ этаптарҙа ла ғаиләләргә ярҙамды үҙ эсенә ала. Айырым федераль проект күп балалыҡты үҫтереү буйынса дәүләт ғаилә сәйәсәте өҫтөнлөктәрен айырып билдәләй. Ғаилә йылында федераль кимәлдә күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм хоҡуҡи статусы булдырылған һәм был категория өсөн төп социаль гарантиялар билдәләнгән. Спикер шулай уҡ Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән ҡыҙыҡлы статистика тураһында әйтте.
- Күптәребеҙ күп балалы ғаилә тураһында хыяллана, идеаль шарттарҙа һәр икенсе өс һәм унан күберәк балалы ғаилә ҡорорға теләй – һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 53 проценты ошо хаҡта белдергән. Шул уҡ ваҡытта күп балалыҡты, нигеҙҙә, ирҙәр хуплай: улар, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда, 1,8 тапҡырға күберәк дүрт һәм унан күберәк бала теләй.
- Ғаилә сәйәсәте комплекслы, тармаҡ-ара характерлы һәм тармаҡтар араһындағы күп кенә мәсьәләләргә ҡағыла, - тине Ленара Иванова һәм ойошмалар етәкселәрен, Коррдинация советы ағзаларын республиканың ғаилә һәм демографик сәйәсәтенә әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.
- Белем биреү ойошмаларында ғаилә ҡиммәттәре, ишле ғаиләләрҙән балаларға ярҙам саралары, студент парҙар тураһында республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне. Уны әйтеүенсә, былтыр күп балалы ғаиләләрҙән 5 – 11-се кластарҙа белем алған 30 меңдән ашыу бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгән. Был маҡсат өсөн республика бюджетынан 440 мең һум бүленгән.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнованың һүҙҙәренә ҡарағанда, медицина ойошмаларына аборт яһатыу тураһында мөрәжәғәт иткән ҡатындар менән эшләү репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау, тыуымды күтәреү резервтарының береһе булып тора.
Республиканың дауалау-һауыҡтырыу ойошмалары күрһәткән ғаилә преференциялары, туризм тураһында эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко һөйләне.
Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – спорт министры Руслан Хәбибов ғаилә һәм демография сәйәсәтенең Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө икәнлеге һәм республика был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ыңғай урын биләүе тураһында белдерҙе.
Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.