Йәмғиәт
14 Март 2025, 13:15

"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы

26 мартта Өфөләге 48-се башҡорт лицейында “Заман” төбәк-ара йәштәр форумы ойошторола.

"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы
"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы

26 мартта Өфөләге 48-се башҡорт лицейында медиакиңлектә билдәле кешеләр, балалар баҫмалары вәкилдәре, блогерҙар, фотографтар, видеографтар, йәш журналистарҙың ижади берекмәләре һәм мәктәп медиаүҙәктәре вәкилдәре “Заман” төбәк-ара йәштәр форумына йыйыла. Уларҙы башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙа берләштерә. Форум быйыл дүртенсегә үткәрелә, икенсе тапҡыр инде – төбәк-ара статусында. Ойоштороусылар – лицей һәм Өфөнөң “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто. Форумға нигеҙ һалыусылар – БР Мәғариф министрлығы менән баш ҡаланың Мәғариф идаралығы.

Республиканың Алдынғы белем биреү проекттары һәм уларға булышлыҡ буйынса йәмәғәт ойошмаһының “Киләсәк белеме” педагогия лабораторияһы” тигән проекты  БР Башлығы гранттарын биреүгә үткәрелгән конкурста 2024 йылғы еңеүселәр иҫәбендә булған. Проекттың маҡсаты – уҡыусыларҙа туған башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Форумда медианың төрлө өлкәһендәге белгестәрҙән өйрәнеү мөмкинлеге бирелә. Сара барышында уҡыусылар социаль селтәрҙәргә нисек ҡыҙыҡлы итеп яҙыу, буктрейлерҙар эшләү, фото, видео төшөрөү буйынса кәңәштәр ишетә, ә уҡытыусылар йәштәрҙе китап уҡыу менән ҡыҙыҡтырыу өсөн заманса алымдарға, ораторлыҡ һәләтенә өйрәнә ала.

Мәктәп етәкселәре “Хәҙерге заман етәксеһенең шәхси бренды” тигән темаға фекер алышыу көтә. Эксперттар уңышлы имидж булдырыуға ҡағылышлы тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Форумда шулай уҡ “Аулаҡ” башҡорт һөйләшеү клубының “Шымсы” тигән өҫтәл уйыны менән танышыу, “Заман теле” акцияһында ҡатнашып, башҡорт телендә контент төҙөү алымдарын өйрәнеү көтөлә, ҡиммәтле приздар ҙа уйнатыла.

Лицейҙың холдарында  ҡыҙыҡлы тематик күргәҙмәләр ҡуйыла. Улар Бөйөк Еңеүгә, милли кәсептәргә арналған.

Башҡортостандағы МХО яугирҙәре һәм ғаиләләренә ярҙам йылында бар теләүселәр ҙә маскировка селтәре үреү, ҡоро душ, шулай уҡ “Изгелек талисманы” эшләүҙә ҡатнаша ала.

Форумда ҡатнашырға теләүселәр https://forms.gle/476Db3orQEYbUxsh8 һылтанмаһы аша инеп теркәлә ала. Үткәреү урыны: Өфө, Борисоглебский урамы, 17, 48-се башҡорт лицейы.

Фотолар – 48-се башҡорт лицейы.

"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы
"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы
"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы
"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы
"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы
"Заман-2025": медиамөмкинлектәр форумы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас