Бер аҙ бушанырға теләп яҙыуым. Быйылдан 8 Март байрамын ҡара исемлеккә кертермен кеүек. Шундай зарығып көткән байрам бөтөн кәйефемде ҡырҙы. Әле лә асыуымдан шартлармын һымаҡ.
Беренсенән, йөрөгән егетем миңә аҙыҡ-түлек кибетендә шиңеп ятҡан ләлә букеты бүләк итте. Мин уны өйгә алып кереүгә үк сүплеккә аттым. “Һиңә бүләк алаһым килгән ине, нәмә алырға белмәнем”, - тине. Шаҡ ҡатҡыс! Ала белмәгәс, аҡсалата йәки сертификат биреп булмай инеме?
Ә эштәге егеттәр берәр ләлә сәскәһе бүләк итте һәм пицца менән һыйланы. Миңә эш буйынса китергә тура килде, ә ҡайтыуыма пиццанан елдәр иҫкәйне инде. Теге меҫкен ләлә лә моңайып башын эйеп ултыра ине.
Күңелем төштө. Мин егеттәрҙе 23 февраль менән ҡотларға 1000 һум аҡса бирҙем, ә миңә нәмә бирҙеләр?.. Шул ҡәҙәр күңелгә тейҙе...
Сығанаҡ: "Тормоштан алынғандар".
Автор фотоһы.