Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
16 Март , 20:45

Өйҙә ултырған хужабикәләргә эш хаҡы түләмәкселәр

Түләүҙе йәшәү минимумы күләмендә итергә уйлайҙар. Был бала йә өлкән йәштәге туғандарын ҡарап, оҙаҡ ваҡыт эшләмәй ултырғандан стажы тулмаған ҡатындарға хаҡлы ялға ваҡытында сығырға, башҡаларҙан кәм булмаған пенсия алырға булышлыҡ итәсәк.

Өйҙә ултырған хужабикәләргә эш хаҡы түләмәкселәр
Өйҙә ултырған хужабикәләргә эш хаҡы түләмәкселәр

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары хужабикәне һөнәрҙәр рәтенә индереп, уларға эш хаҡы түләү тураһында закон проектын тикшермәкселәр. Был турала депутат Нилов хәбәр итте.

Түләүҙәрҙе өй хужалығын алып барған, балаларын, өлкән йәштәге туғандарын ҡараған кеше аласаҡ. Түләү йәшәү минимумы күләмендә булыр тип фаразлана.

Ошолай өйҙә ултырған ҡатындарҙың аҙаҡ пенсия тәғәйенләгәндә стажы һәм балы тулмай, һөҙөмтәлә биш йылға һуңыраҡ пенчияға сығып, аҙыраҡ түләм алалар.  Ә хәҙер шөғөлдәре һөнәргә һаналып, улар ваҡытында хаҡлы ялға сығасаҡ һәм тейешле аҡсаһын аласаҡ.

Фото: Илүзә Ҡоҙашева архивынан.  

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: