Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
17 Март , 16:30

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк

Конкурста Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Ырымбур ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылған.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк

Конкурс йыл һайын «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ижтимағи-дәүләт ойошмаһы булышлығында үткәрелә. Уның төп бурыстары — ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеген баһалау, ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәреү, Тыуған илебеҙ яҙмышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи һәм сәйәси ролен әүҙемләштереү. Быйыл МХО яугирҙәренең әсәләренә айырыуса иғтибар бүленгән.

Конкурста Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Ырымбур ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылған.

Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнгән:

“Милләт әсәһе” – уңышлы һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр араһында билдәле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр; шулай уҡ МХО яугирҙәрен һәм Рәсәй геройҙарын тәрбиәләгән әсәләр;

“Ирекмән” – МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусылар;

“Мәҙәниәт” – мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырылып торған ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Медицина хеҙмәткәре” – МХО биләмәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткән табибәләр араһында;

“Педагог” - Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт уҡытыусылары араһында;

“Бизнес-леди” – хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән, неофашизмды еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар араһында;

“Оҫтабикә” – халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен пропагандалаусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

"Ағинәй" - йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән һәм халыҡ араһында ихтирам менән файҙаланған 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында.

Фото: Берҙәм Рәсәй сайты

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-03-17/v-ufe-nagradyat-pobediteley-ix-vserossiyskogo-konkursa-zhenschina-mat-natsii-4159748

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: