Өфөләге телебашняның яҡтылыҡ панноһын Рәсәй флагы һүрәте һәм "Ҡырым яҙы — Рәсәй менән бергә 11 йыл!» яҙыуы биҙәйәсәк. Байрамса яҡтыртыу урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙән 10-ға тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр итә РТРС-тың матбуғат хеҙмәте.
Ошондай уҡ яҡтылыҡ шоуҙары Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла үтәсәк. Бынан алда Өфөләге телебашняны 8 мартта байрамса яҡтыртыу менән биҙәнеләр.