Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
20 Март , 07:00

Бөгөн көн менән төн тигеҙләшә. Нимәгә иғтибар итергә?

20 мартта өйҙө таҙа итеп йыйыштырырға кәрәк. Ә инде бөгөн күргән төш...

Бөгөн көн менән төн тигеҙләшә. Нимәгә иғтибар итергә?
Бөгөн көн менән төн тигеҙләшә. Нимәгә иғтибар итергә?

Был көндө күңелһеҙләнергә ярамай икән. Кәйефтең ниндәй булыуы алдағы 30 көнгә йоғонто яһай. Үҙеңде мәжбүр итеп күңел асырға ла, һағышҡа бирелеү ҙә хупланмай. Позитив кешеләр менән генә аралашыу мөһим.

20 мартта мөнәсәбәттәр асыҡларға кәңәш ителмәй. Был көндө талашҡан кешеләргә артабан уртаҡ тел табыу бик ауыр буласаҡ, был оҙаҡҡа һуҙыласаҡ һәм бик күп күңелһеҙлектәрҙең сәбәбе буласаҡ.

20 мартта насар уйҙар уйламағыҙ. Улар тормошҡа ашырға мөмкин икән. Шулай уҡ был көндө ғәйбәт һөйләгән кешенең бөтәһе лә үҙенә кире ҡайта, тип әйтәләр.

Был көндө теләк теләргә кәрәк. Ләкин ул теләк бер кемгә лә насарлыҡ килтермәй торған булырға тейеш. Шунда ғына тормошҡа ашасаҡ. Күңелегеҙҙә кемгәлер ҡарата хистәр ҡайнай икән – уларҙы яратыу объектына мотлаҡ белдерергә кәрәк. Һөйөүегеҙгә яуап булырға тейеш.

Хужабикәләр өйҙәрен таҙа итеп йыйыштырһа, уңыш, именлек киләсәк.

20 мартта күргән төш өс йылдан тормошҡа аша (ватсаптан).

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: