Кисә Өфө аэропортында пассажирҙар федераль каналдағы экстрасенстар шоу-тапшырыуы ҡатнашыусылары Александр Шепс, Виктория Райдес һәм Антон Красновты тап иткән ине. Улар юҡҡа ғына килмәгән бит инде...
Мәскәү ҡунаҡтарының тәүҙә Туймазы ҡалаһында төн үткәреп, артабан Шаран районының Йәммәт ауылына юл тотоуы билдәле булды. Ауылда "кешеләр бәхетһеҙ, балалар күп үлә, халыҡ эскелек һаҙлығына батҡан, күп аңлайышһыҙ хәлдәр була" тип белдерәләр. Ундағы Мөхәмәтйәнов урамы ҡәһәр һуҡҡан, ләғнәт төшкән тип һанала икән. Янғындар һәм үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары йыш.
Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә тапшырыу эпизодтарын төшөрөү башланған. Эш төнгө 2-гә тиклем дауам итәсәк тип фаразлана.
Йәммәт ауылын һәм халҡын телевизор аша ҡасан күрһәтерҙәр - әлегә билдәһеҙ. "Экстрасенстар. Көслөләр алышы" тапшырыуын ҡарап барырға тура килер инде.
Фото: Malinari/социаль селтәрҙән (Александр Шепс менән фотоға төшөргә теләүселәр күп).