Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
20 Март , 07:55

"Әсәй, һине ҡосаҡлағым килә лә бит..."

Мин йоҡонан уяндым һәм илайым... Был - иң ҡурҡыныс көн. 

"Әсәй, һине ҡосаҡлағым килә лә бит..."
"Әсәй, һине ҡосаҡлағым килә лә бит..."

"Уяндым да сабый шикелле илайым. Әле ниндәй көн булғанын аңлап та етмәйем... Ниндәйҙер ауыр тойғо уятҡан кеүек. Һәм ҡапыл башыма һуҡты – был әсәйем донъянан киткән иң ҡурҡыныс көн...

13 йыл һине ҡосаҡлай алмайым, әсәй...

Иларға ярамағаны, мәрхүмдәрҙе тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәклеге тураһында әллә күпме китап уҡыным... Бөтәһен дә аңлайым... Аңларға тырышам... Әммә миндә уянған бәләкәй бала әсәһен таптыра...

Мөмкинлек булғанда туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ... Бергә үткәргән һәр көндөң ҡәҙерен белегеҙ", - тип яҙған билдәле яҡташыбыҙ, гимнастка, телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева.

Күп йылдар элек март айында уның әсәһе Зөлфиә 47 генә йәшендә ҡаты сирҙән вафат булғайны. Ләйсән яҡынын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Ул ғаиләһе менән Мәскәүҙән Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәгән өләсәй-олатайы йортона йыл да ҡайта, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй. 

"Был - минең әсәйем менән төшкән иң яратҡан фотосессиям", тип ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә фотоһүрәттәр һалған.

Фото: https://vk.com/wall-51744148_47840

"Әсәй, һине ҡосаҡлағым килә лә бит..."
"Әсәй, һине ҡосаҡлағым килә лә бит..."
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: