Бөгөн судта билдәле театр, кино актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Дәүләт премияһы лауреаты Михаил Ефремовтың шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығарыу тураһындағы эше ҡаралды. Һөҙөмтәлә актерҙың үтенесе ҡәнәғәтләндерелде.
Михаил Ефремов 2020 йылда эскән килеш машинаға идара итеп, авария яһаны. Унда ҡаршы автомобилдәге кеше һәләк булды. Ғәйепләнеүсе хөкөм ителеп, ете йыл ярымға холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелде.
Хәҙер уға өс йыл транспорт йөрөтөргә ярамай. Һәм актер, башҡаса иҫерткес эсемлектәрҙе эсмәйәсәкмен, тип һүҙ биргән.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.