Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
25 Март , 17:45

Башҡортостан "Яңы заман өсөн көслө идеялар-2025" форумында ҡатнаша

Иң көслө идеялар июлдә Түбәнге Новгородта үтәсәк финалда ил етәкселегенә тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостан "Яңы заман өсөн көслө идеялар-2025" форумында ҡатнаша
Башҡортостан "Яңы заман өсөн көслө идеялар-2025" форумында ҡатнаша

Форум Рәсәй Президенты указына ярашлы 2022 йылдан алып уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды, ойоштороусыларҙың береһе - «ВЭБ РФ» дәүләт корпорацияһы. Сараның маҡсаты - Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарына өлгәшеүгә үҙ өлөшөн индерә алған рәсәйҙәрҙең ижтимағи әһәмиәтле башланғыстарына ярҙам итеү.

Быйыл идеялар һәм проекттар биш тема буйынса ҡабул ителә: социаль, эшҡыуарлыҡ, технологик, кадрҙар, шулай уҡ экологик һәм климат. Форум өс этапта үтәсәк: «Идея.росконгресс.рф» форумы сайтында ғаризалар биреү, 7 июлгә тиклем иң яҡшы идеяларҙы эксперт баһалауы һәм билдәләү, һуңынан йомғаҡ яһау һәм презентациялар үткәреү.

Иң көслө идеялар июлдә Түбәнге Новгородта үтәсәк финалда ил етәкселегенә тәҡдим ителәсәк. Ойоштороусылар республика халҡын форумда ҡатнашырға саҡыра. Идеяларҙы эксперттар һәм фекерҙәштәр менән берлектә эшләп бөтөрөргә һәм дәүләт менән бизнестан ярҙам алырға мөмкин.

Фото: vk.com/ideasforum.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-03-25/bashkiriya-primet-uchastie-v-forume-silnye-idei-dlya-novogo-vremeni-2025-4171827

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: