Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
25 Март , 22:30

Мигранттар менән грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим

Радий Хәбиров дәүләт миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты. 

Мигранттар менән грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим
Мигранттар менән грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим

Бөгөн, 25 мартта, Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Көн тәртибендә округ төбәктәрендә дәүләт миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм мигранттарҙы социаль-мәҙәни йәһәттән яраҡлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды.

Кәңәшмә башланыр алдынан Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов менән бергә «Волга буйы халыҡтарының традицион костюмы» күргәҙмәһен ҡараны.

Ултырышты асып, Игорь Комаров тикшерелгән мәсьәләләрҙең көнүҙәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең ижтимағи, демография һәм социаль-иҡтисади үҫешендә миграцияның роле арта барыуын билдәләне. Тулы хоҡуҡлы вәкил март башында Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылда уҡ миграция сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләргә ҡушты, тип иҫкә төшөрҙө. Уның төп йүнәлештәре йәмғиәт һәм граждандар хәүефһеҙлеге, Рәсәй мәҙәни үҙенсәлеген, милләт-ара һәм дин-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау.

***

Ултырыштан һуң, журналистар менән әңгәмә барышында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров миграция сәйәсәте мәсьәләләре бик етди һәм айырым иғтибар талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Беҙгә башҡа илдәрҙән хеҙмәт ресурстары кәрәклеген аңлайбыҙ, айырыуса иҡтисад әүҙем үҫешкән шарттарҙа. Әммә мигранттарҙы яраҡлаштырыу буйынса грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим, улар беҙҙең ҡанундарҙы ҡәтғи үтәргә, йолаларыбыҙҙы хөрмәт итергә тейеш. Был теманы беҙ күптән түгел Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында ҡараныҡ. Алдағы көндәрҙә ошо мәсьәләләрҙе тағы бер тапҡыр тикшереү өсөн республикабыҙҙа йәшәгән диаспоралар вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрәсәкмен, – тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Мигранттар менән грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим
Мигранттар менән грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: