Хәҙер ҡушымта менән шәхси торлаҡ йорттар, шул иҫәптән блоклы төҙөлөш йорттары хужалары ла файҙалана ала. Милек хоҡуғы рәсмиләштерелгән һәм урындағы хакимиәт тарафынан ГИС ЖКХ дәүләт мәғлүмәт системаһына индерелгән күсемһеҙ милек тураһындағы мәғлүмәттәр автоматик рәүештә теркәлә.
Шәхси торлаҡ йорттар хужалары иҫәпләү приборҙарының күрһәтмәләрен тапшыра һәм уларҙы тикшереүгә заказ бирә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға иҫәпләү приборҙары эше һәм түләү документтарының дөрөҫлөгө мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Бынан тыш, улар туғандарына йәки ҡуртымға алыусыларға үҙ йорттарына идара итеү мөмкинлеген бирә ала. Был мөмкинлек тә ҡушымтала күптән түгел барлыҡҡа килгән. Уның буйынса иҫәпләү приборҙары күрһәтмәләрен тапшырырға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, идара итеүсе йәки ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаға мөрәжәғәттәр яҙырға мөмкин. Был мөмкинлек ата-әсәләргә, хәрәкәтләнеү мөмкинлеге сикләнгән граждандарға ҡайҙа территориаль урынлашыуына ҡарамаҫтан, шәхси йорттар буйынса мәғлүмәт алырға һәм был өлкәлә уларға ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. Кәрәк булғанда, хужа теләһә ҡайһы ваҡытта был мөмкинлекте сикләй ала, ә ҡунаҡ йә туған кеше бирелгән функционалдан баш тарта ала.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт хеҙмәте (ГИС ЖКХ) мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһында йәмғеһе 740 мең самаһы шәхси торлаҡ йорт һәм төҙөлөштө туҡтатып торған йорттар бар. «Дәүләт хеҙмәттәре Йорт» ҡушымтаһынан 250 меңдән ашыу кеше файҙалана.
Халыҡ араһында сервистың иң популяр бүлектәре булып иҫәп приборҙары күрһәткестәрен тапшырыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, шулай уҡ идара итеүсе ойошмаларға мөрәжәғәт итеү тора. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡушымта аша торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ (СБП аша) түләргә мөмкин. Ҡушымтаны RuStore, AppStore, Google Play һәм AppGallery-ҙан күсереп алырға мөмкин. Айырым теркәлеү талап ителмәй, инеү Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла.