Шишмә районының Арыҫлан ауылында йәшәгән Борисяктар хужалығында 21 мартта Феня ҡушаматлы кәзәнең ете бәрәсе тыуған. Герой-Әсә!
Ғаилә 15 йыл Заанен кәзәләрен аҫрай. Был тоҡом, ғәҙәттә, 3-4 бәрәс килтерһә лә, бындай хәл беренсегә. Хатта 40 йыл эшләгән мал табибы хәл белешеп шылтыратҡас, яңылыҡты ишетеп шаҡ ҡата.
Бығаса Рәсәйҙә иң күбе биш бәрәс тыуған булған. Тик Америкала ғына Шишмәләге кеүек ете бәрәс тыуыу осрағы теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Феняның һуңғы, етенсе бәрәсе үлгән.