Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
29 Март , 18:30

Бройлер себешенең ниндәйен алыу отошлораҡ?

Нисә көнлөгөн алырға, нисек ауырыуға бирешмәгәнен һайларға, нимә ашатырға, аҫтына нимә түшәргә - ҡош-ҡорт үҫтергән кешенән кәңәштәр.

Бройлер себешенең ниндәйен алыу отошлораҡ?
Бройлер себешенең ниндәйен алыу отошлораҡ?
Бройлерҙың иң киң таралған тоҡомдары – «КОББ-500» һәм «РОСС-308». Улар икеһе лә бик оҡшаш. Беренсеһенең аяғы ҡыҫҡараҡ, ә күкрәге киңерәк – түш ите күп сыға. «РОСС-308» тоҡомлоһы аяғының оҙыныраҡ булыуы һәм ауырыуҙарға сыҙамлыраҡ булыуы менән айырыла. Икеһе лә 45 көндә үҫеп етешә.

25 көнлөк себеште алып үҫтереүе отошлораҡ. Беренсе ете көндә себештәр ҡырылырға мөмкин. Был инкубацион брак булып һанала. Әгәр ҙә ул өс проценттан артмаһа, бик яҡшы, уныһы ғына норма. Ә 25 көнлөктәрҙең инде сирлеһе ҡырылған, тейешле дарыуҙар һәм витаминдар эсерелгән була.

Ҡарап тороуға уҡ уның сәләмәт булыуы күренә. Ҡаурыйҙары ялтырап тора, томшоғо һәм тәпәйҙәре аҡһыл-һарғылт. Кешеләр һап-һары тәпәйлегә ҡыҙыға. Ләкин был күрһәткес түгел. Күтәреп ҡарағанда, себештең ауырлығы беленергә тейеш. Кәүҙәһе кескенә булһа ла, ауыр булһын. Һүлпән булмаһындар, күҙҙәре емелдәп торһон.

Себештәргә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, аҫтарының ҡоро булыуы кәрәк. Бесән, бысҡы онтағы, әпилкәгә караганда, юнысҡыла үҫтереүе һәйбәтерәк. Ул тиҙ дымланмай. Беренсе аҙнала иҙәндә йылылыҡ 33 градус булырға тейеш. Унан әҙ-әҙләп кәметә бараһың. Бер айлыҡ себештәр өсөн йылылыҡ 23 градус булырға тейеш. Яктылыҡ ул ҡәҙәр үк мөһим түгел, ләкин яҡты ваҡыт оҙонораҡ булһа, себештәр тиҙерәк үҫә.
 
Себештәр өсөн иң ҡурҡынысы – үтәләй өргән ел һәм аҫтарының еүеш булыуы. Тиҙерәк үҫһендәр өсөн, урындың да ҙур булмағаны кәрәк. Бер баштан икенсе башҡа сабып йөрөһәләр, калория ғына яндыралар.

30 көнгә ҡәҙәр «стартовый» комбиаҙыҡ бирергә кәрәк. Унан «финишный» тигәненә күсәләр. Ләкин быйыл комбиаҙыҡтың хаҡы бик ныҡ артты. Уны ала алмаһағыҙ, беренсе ун көндә себештәргә тары ярмаһы, артабан ваҡланған бойҙай, арпа, кукуруз һәм борсаҡты бергә ҡушып бирергә була. Борсаҡ менән кукурузды күп ҡушырға кәрәкмәй.

Аҙыктарына күп итеп туралған үлән ҡушып болғатыу ҙа бик яҡшы. Бәрәңге тамаҡ туҡлығы өсөн генә ҡушыла, уның файҙаһы бик юҡ. Ризыҡты гел үҙгәртергә ярамай, бер аҙыҡтан икенсеһенә күскәндә себештәрҙең эсе китә башлай.

Себештәр ауырымаһын өсөн, 1–5 көнлөк булғанда антибиотик, 5–9 көндә витамин бирелә, 10–12 көндә вакцина яһала. Һуңғыһын өй шарттарында башҡарыуы ҡыйын.
 
Гөлиә Мөғәллимованан.
Фото: 
Бройлерҙың иң киң таралған тоҡомдары – «КОББ-500» һәм «РОСС-308». Улар икеһе лә бик оҡшаш. Беренсеһенең аяғы ҡыҫҡараҡ, ә күкрәге киңерәк – түш ите күп сыға. «РОСС-308» тоҡомлоһы аяғының оҙыныраҡ булыуы һәм ауырыуҙарға сыҙамлыраҡ булыуы менән айырыла. Икеһе лә 45 көндә үҫеп етешә.

25 көнлөк себеште алып үҫтереүе отошлораҡ. Беренсе ете көндә себештәр ҡырылырға мөмкин. Был инкубацион брак булып һанала. Әгәр ҙә ул өс проценттан артмаһа, бик яҡшы, уныһы ғына норма. Ә 25 көнлөктәрҙең инде сирлеһе ҡырылған, тейешле дарыуҙар һәм витаминдар эсерелгән була.

Ҡарап тороуға уҡ уның сәләмәт булыуы күренә. Ҡаурыйҙары ялтырап тора, томшоғо һәм тәпәйҙәре аҡһыл-һарғылт. Кешеләр һап-һары тәпәйлегә ҡыҙыға. Ләкин был күрһәткес түгел. Күтәреп ҡарағанда, себештең ауырлығы беленергә тейеш. Кәүҙәһе кескенә булһа ла, ауыр булһын. Һүлпән булмаһындар, күҙҙәре емелдәп торһон.

Себештәргә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, аҫтарының ҡоро булыуы кәрәк. Бесән, бысҡы онтағы, әпилкәгә караганда, юнысҡыла үҫтереүе һәйбәтерәк. Ул тиҙ дымланмай. Беренсе аҙнала иҙәндә йылылыҡ 33 градус булырға тейеш. Унан әҙ-әҙләп кәметә бараһың. Бер айлыҡ себештәр өсөн йылылыҡ 23 градус булырға тейеш. Яктылыҡ ул ҡәҙәр үк мөһим түгел, ләкин яҡты ваҡыт оҙонораҡ булһа, себештәр тиҙерәк үҫә.
 
Себештәр өсөн иң ҡурҡынысы – үтәләй өргән ел һәм аҫтарының еүеш булыуы. Тиҙерәк үҫһендәр өсөн, урындың да ҙур булмағаны кәрәк. Бер баштан икенсе башҡа сабып йөрөһәләр, калория ғына яндыралар.

30 көнгә ҡәҙәр «стартовый» комбиаҙыҡ бирергә кәрәк. Унан «финишный» тигәненә күсәләр. Ләкин быйыл комбиаҙыҡтың хаҡы бик ныҡ артты. Уны ала алмаһағыҙ, беренсе ун көндә себештәргә тары ярмаһы, артабан ваҡланған бойҙай, арпа, кукуруз һәм борсаҡты бергә ҡушып бирергә була. Борсаҡ менән кукурузды күп ҡушырға кәрәкмәй.

Аҙыҡтарына күп итеп туралған үлән ҡушып болғатыу ҙа бик яҡшы. Бәрәңге тамаҡ туҡлығы өсөн генә ҡушыла, уның файҙаһы бик юҡ. Ризыҡты гел үҙгәртергә ярамай, бер аҙыҡтан икенсеһенә күскәндә себештәрҙең эсе китә башлай.

Себештәр ауырымаһын өсөн, 1–5 көнлөк булғанда антибиотик, 5–9 көндә витамин бирелә, 10–12 көндә вакцина яһала. Һуңғыһын өй шарттарында башҡарыуы ҡыйын.
 
Гөлиә Мөғәллимованан.
Фото: https://vk.com/baimak24
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: