Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
29 Март , 17:00

"Буҙаны яһағанда һолоно ҡыҙҙырыр кәрәк"

Аҫылбикә Туҡбаева шулай ти. Ни өсөн икәнен дә аңлата. 

"Буҙаны яһағанда һолоно ҡыҙҙырыр кәрәк"
"Буҙаны яһағанда һолоно ҡыҙҙырыр кәрәк"

Аҫылбикә Туҡбаева тағы бер буҙа рецебын уртаҡлашты.

"Бының өсөн тәүҙә һарыҡ, кәзә, һыйырҙың эс майҙарын иретеп алам. Унан һуң геркулесты табала ҡыҙҙырып алам - ундағы кеше организмы өсөн зарарлы булған фитин кислотаһы осоп сыға.

Шунан төйгөстә төйөп алам. Унан 150 грамм иретелгән май ҡушам. Йылымыс һыуға 200 грамм он һалып төйөрһөҙ итеп болғайбыҙ. Ондо буҙа быуынға төшмәһен өсөн ҡушалар.

Майлы онталған геркулесты онло йылымыс һыуға һалып төйөрҙәре бөткәнсе болғайбыҙ ҙа ошо көйө ҡайнатырға ҡуябыҙ. Төбөнә ултырмаһын өсөн бер туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ ҙа ҡайнатып сығарабыҙ.

Ҡуйы булһын тиһәң, оҙағыраҡ ҡайнатырға. Тик шуны онотмағыҙ: ни тиклем оҙаҡ ҡайнатһаң, шул тиклем файҙалы үҙенсәнлеге юғала. Шунан һыуытырға ҡуябыҙ. Төбөнә ултырмаһын өсөн, майы туңмаһын тип болғайбыҙ. Йылымыс булғас, тиҙерәк күпереп сыҡһын тиһәң, 100 грамм ҡымыҙ өҫтәйһең. Шәкәрҙе һөҙөп эсер алдынан балаларға һалып бирәһең, үҙеңә булһа, шәкәрһеҙ яҡшыраҡ", - ти ул. 

Фото: Йылайыр районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: