Кисә Мьянма (элекке Бирма) илендә 7,7 һәм 6,4 баллыҡ көслө ер тетрәүе телкәлгәйне. Уның шаңдауы күрше Таиландта, Һиндостанда, Лаоста, Ҡытайҙа, Вьетнамда һиҙелгән.
Мьянманың үҙендә, шулай уҡ Таиландта биналар, юлдар емерелгән. Уның 17 миллион кешелек баш ҡалаһы Бангкокта төҙөлөп ятҡан бер өйҙән төҙөлөш материалдары өйөмө генә ҡалған һәм 1400 күп ҡатлы йорт һелкенгән. Небоскребтар ҡыйығындағы бассейндарҙан һыу аҫҡа, урамдарға һирпелгән...
Хәбәр итеүҙәренсә, Мьянмала әлеге ваҡытҡа - 163 кеше, Таиландта - дүртәү, Ҡытайҙа ике кеше һәләк булған. Яраланғандар күп. Улар араһында Рәсәй туристары бармы икәне билдәһеҙ. Беҙҙең ил кешеләренең Таиландта күпләп ял итеүе билдәле, улар ер тетрәгән мәлдән социаль селтәрҙәрҙә видеояҙмалар һалған да инде.
АҠШ-тың Геология хеҙмәте иһә төбәктә емереклектәр аҫтында 10 меңдән 100 меңгә тиклем кеше һәләк булыуы мөмкин тип белдергән.
Фото/видео: yenisafak.com, Телеграм.