Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин "Ватанды һаҡлаусылар" фонды хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Унда Тыванан Айдысмаа Монгуш исемле шәфҡәт туташы ла бар ине.
2023 йылда уның ире Дажы Омак махсус хәрби операцияға китә. Артынса шәфҡәт туташы булған Айдысмаа ла яуға юллана. Ике улын һәм ҡыҙын өләсәй-олатайҙары ҡарамағына ҡалдыра.
Ә тиҙҙән Дажы хәрби заданиены үтәгәндә һәләк була. Айдысмаа уны яу яланында эҙләп таба һәм яңғыҙы кәүҙәһен һөйрәп алып сыға.
"Беҙҙең взводтар араһы 40 километрҙай ғына булһа ла, йылдан ашыу күрешмәгәйнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эвакуация взводы оҙатыусыһы булараҡ, миңә үҙ иремдең кәүҙәһен эвакуацияларға тура килде. Шулай беҙ осраштыҡ, шулай күрештек һәм өйгә ҡайттыҡ", - тип һөйләне Монгуш президентҡа.
Осрашыуҙағы бер ҡатын Айдысмааны награда менән бүләкләргә тәҡдим итте, Владимир Путин быны хупланы. Өҫтәп, был тарихтың экранлаштырыуға лайыҡ икәнен билдәләне. Ә инде осрашыу барышында президент ике тапҡыр ҡатындан башҡаса МХО-ға бармауын үтенде. "Һеҙҙең бит балаларығыҙ бар, уларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк әле", - тине ул.
Фото: видеонан скриншот/РИА kremlin.ru.