Йәмғиәт
1 Апрель 2025, 16:30

“Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумына саҡыралар

15 майға тиклем шәп идеяларығыҙҙы тәҡдим итә алаһығыҙ. 

“Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумына саҡыралар“Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумына саҡыралар
“Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумына саҡыралар

 “Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумына ғаризалар ҡабул итеү асылды. Илдәге ыңғай үҙгәрештәр өсөн идеяларығыҙҙы 2025 йылдың 15 майына тиклем идея.росконгресс.рф платформаһы аша тапшырыға була. Эксперттар һайлап алған иң яҡшы йөҙ идея ил етәкселегенә июлдә Түбәнге Новгородта үткән финал сараһында тәҡдим ителәсәк.

– Форум – илебеҙ алдында торған саҡырыуҙарҙы хәл итеүгә стандарт булмаған ҡарарҙар эҙләү майҙансығы. Беҙ Рәсәйҙә фекерләгән, инициативалы, битараф булмаған кешеләрҙең ни тиклем күп булғанын күрәбеҙ, улар әүҙем рәүештә киләсәкте булдырыуҙа ҡатнашырға әҙер. Үҫештең амбициялы пландарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә кимәл властары һәм һәр граждан көсөн берләштерер кәрәк, – тине Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, форумдың ойоштороу комитеты рәйесе Максим Орешкин.

Һуңғы йылдарҙа форумға ҡыҙыҡһыныу ике тапҡырға артҡан: 2024 йылда ҡатнашыусылар һаны 2020 йыл менән сағыштырғанда 208 процентҡа артҡан.

Быйыл идеялар һәм тәҡдимдәр биш йүнәлеш буйынса ҡабул ителә, улар 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттарына һәм Стратегик башланғыстар агентлығының милли инициативаларына тура килә

- Милли социаль инициатива. Һайлап алыу ике төп тема буйынса үтәсәк: социаль башланғыстар һәм ҡала үҫеше. Социаль проекттар – бөтә кимәлдә лә йәмғиәткә булышлыҡ итеү, төп иғтибар – ғаиләгә ярҙам. Ҡала үҫеше – ҡала һәм ауылдарҙың йөҙөн үҙгәртеүсе проекттар.

- Милли эшҡыуарлыҡ инициативаһы. Идеялар ике төп йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: яңы бизнес һәм креатив иҡтисад. Улар инновацияларҙы үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм иҡтисад үҫеше өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

- Милли технологик инициатива. Ике йүнәлеш буйынса идеялар кәрәк: граждандар-хәрби технологиялар һәм “НТИ платформаһы” Проекттар илде нығытырға, уның хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш.

- Милли кадрҙар инициативаһы. Һәр кешенең мөмкинлеген аса алған һәм иҡтисадты кәрәкле кадрҙар менән итәьмин иткән идея һәм проекттар.

- Милли экологик һәм климатик инициатива. Был йүнәлештәге проекттар һәм идеялар тәбиғәтте һаҡлауға, илде климатик үҙгәрештәргә адаптациялау һәм тотороҡло үҫеш өсөн шарттар булдырыуға йүнлтелгән булырға тейеш.

Ғаризаны Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем бирә ала, бының өсөн платформала теркәлергә һәм номинация һайларға кәрәк. Артабан проекттың хәрәкәтен күҙәтергә, эксперттарҙан ярҙам һәм кире бәйләнеш алырға ҡала. Финал сараһы йәй көнө Түбәнге Новгород ҡалаһында ике көн дауамында үтәсәк. Унда 100 иң яҡшы проект һәм идея презентацияһы үтәсәк.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас