Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2025, 12:00

Экстрасенстарҙың "ҡәһәр һуҡҡан" башҡорт ауылына килеүҙәрен бөгөн күрһәтәсәктәр

Март аҙағында иң көслө өс экстрасенс Башҡортостанға килеп ҡайтҡайны.

Экстрасенстарҙың "ҡәһәр һуҡҡан" башҡорт ауылына килеүҙәрен бөгөн күрһәтәсәктәр
Экстрасенстарҙың "ҡәһәр һуҡҡан" башҡорт ауылына килеүҙәрен бөгөн күрһәтәсәктәр

Март айында Өфө аэропортында пассажирҙар федераль каналдағы экстрасенстар шоуы ҡатнашыусылары Александр Шепс, Виктория Райдес һәм Антон Красновты тап иткән ине.

Артабан Мәскәү ҡунаҡтарының Шаран районының Йәммәт ауылына юл тотоуы билдәле булды. Был ауылда "кешеләр бәхетһеҙ, балалар күп үлә, халыҡ эскелек һаҙлығына батҡан, күп аңлайышһыҙ хәлдәр була" тип белдерәләр. Ундағы Мөхәмәтйәнов урамы ҡәһәр һуҡҡан, ләғнәт төшкән тип һанала икән. Янғындар һәм үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары йыш.

Иртәгәһенә иртәнге сәғәт 8-ҙә тапшырыу эпизодтарын төшөрөү башланған. Эш төнгә тиклем дауам иткән.

Әле Йәммәт ауылын һәм халҡын телевизор аша ҡасан күрһәтерҙәре билдәле булды. Әйтеүҙәренсә, был эпизод ингән ТНТ телеканалының "Экстрасенстар. Көслөләр алышы" тапшырыуы бөгөн киске 7-се яртыла эфирға сыға.

Ҡарайһығыҙмы?

Фото: видеонан скриншот.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас