"Лиза-Алерт" эҙәрмәндәр төркөмө Өфө районының Нуғай ҡасабаһында йәшәүсе 80 йәшлек Асия Хаджи ҡыҙы Йомағужина-Жилинаны эҙләү тураһында иғлан итте. Ул кисә, 8 апрелдә, өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған.
Асия инәй ҡаҡса кәүҙәле, буйы 160 сантиметр, сал сәсле. Ул ҡара йәшел төҫтәге капюшонлы йылы кофта, зәңгәр төҫтәге салбар, резина ҡата кейгән, һоро төҫтәге яулыҡ бәйләгән булған.
Асия инәй тураһында белеүселәр йәки уны күреүселәр булһа, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондарына шылтыратып, хәбәр итеүҙәре һорала.
Сығанаҡ һәм фото: "Лиза-Алерт" эҙәрмәндәр төркөмө.