Бөгөн, 11 апрелдә, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 1-се район-ара инспекцияһы "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" акционерҙар йәмғиәтен теркәне.
"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто етәксеһе Рәсүл Сәфәрғәлиев милектең юридик формаһын үҙгәртеү предприятие эшенә нисек тәьҫир итәсәге хаҡында һөйләне.
- Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 2024 йылдың 13 декабрендәге 2999-сы бойороғона ярашлы "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" ДУП-ы акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелде. Яңы юридик ойошма бөгөн теркәлгән. Уға яңы ИНН, ОГРН бирелә. Әле бөтә документтарҙы һәм филиалдарҙы, киң мәғлүмәт сараларын Роскомнадзорҙа теркәү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ, — тине Рәсүл Сәфәрғәлиев.
Предприятие етәксеһе билдәләүенсә, юридик процедуралар гәзит уҡыусыларға бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк: бөтә редакциялар ҙа ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә.
- Киң мәғлүмәт саралары һаны буйынса беҙҙә бер нимә лә үҙгәрмәй. 145 киң мәғлүмәт сараһы баҫма һәм тағы ла туғыҙ электрон төрҙә эшләүен дауам итә. Субсидиялар рәүешендә республика бюджетынан финанслау һаҡлана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт унитар предприятиелары һәм Муниципаль унитар предприятиелар 2019 йылда Дәүләт Думаһы ҡабул иткән законға ярашлы үҙгәртеп ҡорола. 2024 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 14 ғинуарына тиклем республиканың 97 унитар предприятиеһы ЕГРЮЛ-дан сығарылды, 23 предприятиены үҙгәртеп ҡороу һәм бөтөрөү тамамлана. Ҡануниәт талаптарын 2025 йылдың аҙағына тиклем үтәргә кәрәк.