+21 °С
Болотло
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан 57 йәшлек ир кистән балыҡҡа китә лә бәйләнешкә сыҡмай. Таңғы сәғәт 5-тәрҙә туғандары ҡотҡарыусыларға шылтырата.
Талҡаҫ күлендә һыуҙа ирҙең кәүҙәһен табалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балыҡсы батып үлгән була.
Башҡортостан МЧС-ы тағы бер тапҡыр иҫкәртә: балыҡҡа барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоғоҙ, хәүефле урындарға яҡын юламағыҙ.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.