

Вәлит Әнүәр улы Йәнбәков Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Юлдыбай мәктәбен тамамлағас, Бәләбәй техникумында инженерлыҡҡа уҡый. Темәс ауылында эш башлай.
Алһыу исемле ҡыҙға өйләнеп, дүрт ул, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ҡатыны вафат булғас, Таңһылыу Мөхтәр ҡыҙына өйләнеп, уның да биш балаһын ҡушып, 10 ҡыҙ һәм малайҙы тигеҙ ҡарап үҫтерәләр.
Әле Вәлит Әнүәр улына 70 йәш тулған. Таһир ауылында йәшәгән ҡәҙерле атай, олатай яңыраҡ оло байрамын билдәләгән. Ә тантанала балалары уға өр-яңы автомобиль бүләк иткән.
Бәхетле атай, олатайға беҙ ҙә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ, ошолай балалар игелеген күреп йәшәгеҙ!
Фото һәм видео: Р. Йәмлихин.