Экспозиция майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Урын Рәсәй федераль округтарына арналған һигеҙ зонаға бүленә. Был Алыҫ Көнсығыш, Себер, Волга буйы, Үҙәк, Төньяҡ-Кавказ, Көньяҡ, Урал округтары, Арктика һәм Төньяҡ-Көнбайыш.
«Рәсәй буйлап сәйәхәт» экспозицияһы бөтә федераль округтарҙың тарихын, традицияларын һәм хәҙерге ҡаҙаныштарын берләштерә. Ҡунаҡтар илдең тәбиғи, мәҙәни һәм тарихи төрлөлөгө тураһында һөйләгән, фән һәм технологиялар өлкәһендәге төп ҡаҙаныштарын күрһәткән уникаль экспонаттарҙы һәм мультимедиа инсталляцияларын ҡарай ала. Интерактив элементтарға айырыуса иғтибар бүленә: заманса VR-технологияларҙы ҡулланыу экспозицияларҙың йөкмәткеһенә һәм һәр федераль округтың уникаль мөхитенә тулыһынса сумыу эффектын тәьмин итә.
Экспозицияны төҙөү 30 көн дауам иткән. Килеүселәр өсөн 10 фотозона ойошторолған. «Рәсәй буйлап сәйәхәт» күргәҙмә майҙанын һанлы «Йөрәк зонаһы» тамамлай, унда һәр килеүсе үҙенең тәьҫораттарын Милли үҙәк тарихында һаҡланасаҡ һанлы открыткала ҡалдыра ала.
Күргәҙмә бөтә йәш төркөмдәренә лә иҫәпләнгән. Экскурсиялар бушлай үткәрелә. Уларға russia.ru сайтында «Афиша» бүлегендә теркәлергә мөмкин.
Килеүселәр 60 минутлыҡ «Рәсәй буйлап сәйәхәт: Байкалдан Калининградҡа тиклем» интерактив экскурсияһын йәки экскурсовод менән 90 минутлыҡ дөйөм интерактив экскурсияны һайлай ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан эске туризмды үҫтереү өлкәһендә алға китеш яһаны, номерҙар фонды ярайһы уҡ артты, Шишмә районында туристик кластер үҫешә.
Фото: «Рәсәй буйлап сәйәхәт» проекты хакимиәте.