

2024 йылдың сентябрендә юғалған Пермдән 49 йәшлек Дмитрий Булатовҡа Башҡортостандың Яңауыл районындағы Шудек ауылы халҡы ярҙамлаша. Был хаҡта 18 апрелдә Силәбе өлкәһенең «ЛизаАлерт» эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре хәбәр итте.
Ир юғалғандан һуң уның туғандары «ЛизаАлерт»тың Пермь бүлексәһенә мөрәжәғәт итә. Беренсе өмөтләндергес хәбәр Дмитрийҙың банк картаһынан Силәбе ҡалаһында транзакциялар теркәлгәндән һуң барлыҡҡа килә. Ирекмәндәр эҙләүгә тотона, әммә ирҙең эҙе тағы ла юғала.
Ике айҙан һуң Булатовты Өфөлә күреп ҡалалар, әммә тиҙҙән бында ла эҙе юғала. Бер ваҡыт Силәбе отряды координаторына Башҡортостандың Яңауыл районынан хәбәр килә — Дмитрийҙы урындағы халыҡ күреп ҡала. Шудек ауыл кешеләре арып-талсыҡҡан ирҙе социаль селтәрҙә таралған ориентирҙар буйынса таный. Улар Пермь кешеһен ашата, кейендерә һәм Яңауылдың үҙәк дауаханаһына алып килә. Тиҙҙән туғандары килеп уны алып китә.
Ҡотҡарылған ир әйтеүенсә, ул Өфөләге йәшерен йортта мәжбүри эшкә эләгә, унда ашау өсөн эшләргә мәжбүр була һәм даими рәүештә ҡыйырһытыуҙарға дусар була. Мыҫҡыллауҙарға түҙә алмай, Дмитрий ҡаса һәм тыуған еренә йәйәү ҡайтырға сыға.
Күрәһең, шул рәүешле Яңауыл районының Шудек ауылына барып етә. Ирекмәндәр билдәләүенсә, ябай ауыл халҡының иғтибарлылығы һәм кешелеклелеге арҡаһында ғына ирҙе хеҙмәт ҡоллоғонан ҡотҡарып ҡалыу мөмкин була.
Фото: Лиза Алерт.