

Республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси "Башҡортостан" һәм Силәбе өлкәһе башҡорттарының "Уралым" гәзиттәрен элек-электән дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. "Матбуғат-2025" төбәк-ара милли матбуғат фестивалендә ошо ике редакция Килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Унда ике яҡтың был юҫыҡта аныҡ эштәре, хоҡуҡтары һәм бурыстары билдәләнгән. Был башлыса консультатив советтар, кәңәшмә органдары булдырыуға, мәҙәниәт өлкәһендә милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү тураһында тәҡдимдәр индереүгә, ижади коллективтарҙың гастролдәрен һәм мәҙәни сараларын үткәреүгә, балалар һәм йәштәр ижади берекмәләре эшен ойоштороуға булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала. Килешеү Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә уларҙы эшкә әүҙем йәлеп итеү буйынса мәсьәләләрҙе яйлашыу, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, көнүҙәк темаларға журналистар эшенә мәғлүмәти булышлыҡ итеү, федераль, өлкә, ҡала программаларын әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу, ҡала халҡы араһында йәмәғәт фекерен күҙәтеү кеүек мәсьәләләрҙе көйләй. Килешеүҙә, ике редакция конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн закон сығарыу һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә тәҡдимдәр индерергә, ижтимағи һәм мәҙәни этностар менән берлектәге сараларҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы, тиелә. Ветерандар ойошмалары менән хеҙмәттәшлектә ике яҡҡа аҡһаҡалдар советы эшмәкәрлеген ойоштороуға тәҡдимдәр индереү, хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары һәм йәштәр берләшмәләренең быуындар традицияларының күсәгилешлеген күҙәтеү бурыстары хаҡында ла әйтелгән.
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы башҡорттарҙың мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, сараларға ярҙам итеү милләттәштәрҙең берҙәмлеген үҫтереү, шулай уҡ мәғлүмәти һәм консультация ярҙамы биреүҙе үҙ өҫтөнә ала.
Яҡтар социаль, милли традицияларҙы иҫәпкә алып, тарихи, мәҙәни саралар үткәрергә хоҡуҡлы. Ике редакция ла үҙ эшмәкәрлеген Силәбе өлкәһендә һәм Башҡортостанда башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен үҫтереү, унда толерантлы мөхитте нығытыуҙы иреклек, тиң хоҡуҡлылыҡ, асыҡлыҡ, законлылыҡ принциптарына нигеҙләнеп, алып барырға тейеш.
Гөлназ Ҡотоева.
Һүрәттәрҙә: "Башҡортостан"дың баш мөхәррире урынбаҫары Гөлназ Ҡотоева һәм "Урал"дың баш мөхәррире Александр Ғәлиуллин Килешеүгә ҡул ҡуя.
Фестивалдән күренештәр.