Йәмғиәт
27 Апрель 2025, 20:40

Ут төртөп, өләсәһен яндырған, мөртәт...

Стәрлетамаҡ районында 21 йәшлек егет үҙенең 75 йәшлек өләсәһен яндырып үлтергән.

Ут төртөп, өләсәһен яндырған, мөртәт...Ут төртөп, өләсәһен яндырған, мөртәт...
Ут төртөп, өләсәһен яндырған, мөртәт...
Стәрлетамаҡ районында 21 йәшлек егетте айырыуса яуызлыҡ менән кеше үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Тәфтиш органдары фаразы буйынса, 16 апрелдә ул өйөнә иҫереп ҡайта һәм музыканы аҡыртып ҡуя. Шуның арҡаһында 75 йәшлек өләсәһе менән иреш-талаш сыға. 
 
Низағтан һуң егет йоҡо бүлмәһендәге шаршауға ут төртә лә сығып китә. Янғын сығып, ялҡын өйҙө ялмап ала. Янғын һүндереүселәр утты һүндергәндә өлкән йәштәге ҡатындың кәүҙәһен таба.
 
Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар, ул 16 июнгә тиклем СИЗО-ла ултырасаҡ.

Аллаһ һаҡлаһын эргәңдәге шундай яһилдарҙан.

Фото: БР судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте видеоһынан скриншот. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас