

“Беренсе май ысын хеҙмәтсәндәрҙең тотош быуындарын берләштерә. Бала саҡта байрам парады хәтирәләренән матур итеп кейенеп сыҡҡан күтәренке кәйефле өлкәндәр, таҙа йыйыштырылған ихаталар, сауҙа кәштәләренән яңы икмәк еҫе менән иҫтә ҡалған.
Хеҙмәт һөйөүсән республикабыҙ предприятиеларында һәм ойошмаларында һәр ваҡыт ысын үҙ һөнәрен яҡшы белгән оҫталар тир түгә. Мөһим инновацион проекттар тормошҡа ашырыла, яңы юғары технологиялы производстволар асыла, республиканың именлеге арта. Башҡортостан иҡтисадына ныҡлы нигеҙ һалған, йәш быуынға тәжрибә тапшырған, үҙ өлгөһөндә хеҙмәтте яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәткән ветерандарыбыҙға айырым рәхмәт белдерәм.
Май байрамдары яҡындар менән ваҡыт үткәрергә, баҡсала эшләргә, йортто тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирә. Һәр йортта бәхет, тыныслыҡ һәм именлек хакимлыҡ итһен!
Барығыҙға ла хеҙмәтегеҙҙең ҡәнәғәтлек һәм уңыш килтереүен теләйем! Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы яҡты һәм ҡыуаныслы булһын, берҙәмлеккә һәм теләктәшлеккә, яңы хеҙмәт үрҙәренә илһамландырһын!", - ти ул үҙенең битләүендә.