Йәмғиәт
4 Май 2025, 20:45

Бай ағайҙар, һарыҡ менеп йөрөгән малайға ат бүләк итегеҙ!

Һарыҡ менеп көтөү алып ҡайтҡан малайҙың исеме Абдулла тиҙәр.

Бай ағайҙар, һарыҡ менеп йөрөгән малайға ат бүләк итегеҙ!Бай ағайҙар, һарыҡ менеп йөрөгән малайға ат бүләк итегеҙ!
Бай ағайҙар, һарыҡ менеп йөрөгән малайға ат бүләк итегеҙ!

Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Көнсығыш-2 биҫтәһендә бер малайҙың ваҡ мал көтөүен елле генә һарыҡҡа атланып алып ҡайтып килгәнен видеоға төшөрөп алғандар. Малайҙың исеме Абдулла тиҙәр.

Был Әбйәлил малайҙары шул хәтлем ат йәнлеме: береһе үгеҙ менеп йөрөгәйне, хәҙер килеп икенсеһе һарыҡҡа атланған... Үгеҙ менгән Рысҡужанан Илдар Мәһәҙиевкә тай бүләк иткәйнеләр, был малайға ла ҡолон булһа ла алып килеп бирегеҙ әле, райондың бай фермер ағайҙары. Сауап булыр, ә Абдуллаға - ҡыуаныс.

Видео: скриншот.

Бай ағайҙар, һарыҡ менеп йөрөгән малайға ат бүләк итегеҙ!
Бай ағайҙар, һарыҡ менеп йөрөгән малайға ат бүләк итегеҙ!
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас