

Самира - күренекле актер, йырсы Фидан Ғафаровтың ҡыҙы - бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Был хаҡта артистың сәхифәһендә хәбәр итәләр.
Һуңғы йылдарҙа Фидан Ғафаров ҡыҙы менән таныштырып, уға күп иғтибар бүлергә тырышты. Самираның тарихы тураһында "Ҡыҙыма" тигән йыры ла бар. Аталы-ҡыҙлы икәү башҡарған йырҙары ла яңғыраны.
"Бөгөн Фидан Сафа улы Ғафаровтың ҡыҙының тыуған көнө. Тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Уға көс һәм сабырлыҡ, һаулыҡ, уҡыуҙа уңыштар һәм аҡ юлдар, яҡшы дуҫтар, ижади илһам, бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүен, бәхетле булыуын теләйбеҙ. Эйе, бөгөн теүәл 11 көн Фидан Сафа улының беҙҙе ташлап киткәненә, ул уның эргәһендә буласаҡ, ул уның тормош юлында һаҡсы фәрештә буласаҡ. Ошо ауыр мәлдә Самираның дуҫтары бик терәк-таяныс", - тиелгән хәбәрҙә.
Самира әле колледжда уҡый. Уға яҡты киләсәк теләйбеҙ!
Фото: Ф. Ғафаров сәхифәһенән.