

Республикабыҙҙа йәшәүсе 545 меңдән ашыу кеше 2026 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерергә тейешле биләмәләр өсөн тауыш биргән дә инде. Был 2025 йылдың 15 майына ҡарата мәғлүмәттәр.
Өфөнөң түбәндәге төҙөкләндереү объекттары алдынғылыҡты биләй: Октябрь районында 9-сы йорт янындағы СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы сквер; Калинин районында Йәшел урамы, 1 адресы буйынса Хәтер скверы; Киров районында Крупская урамы, 9 адресы буйынса «Дзержинский» скверы. Мәсетле, Күгәрсен, Краснокама, Бүздәк, Ишембай, Салауат, Әбйәлил, Иглин, Дүртөйлө, Стәрлебаш райондары, шулай уҡ Өфөнөң Ленин һәм Октябрь райондары халҡы әүҙемлек күрһәтә.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова билдәләүенсә, Бөтә Рәсәй тауыш биреү бөтә халыҡты берләштергән республика өсөн яҡшы йолаға әүерелде лә инде.
– 2024 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса республикала 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Быйыл тағы 164-е төҙөкләндереләсәк, шуларҙың 94-е-федераль бюджет ҡатнашлығында. Алты йыл эсендә - 2019 йылдан 2024 йылға тиклем - 806 парк, сквер, аллея һәм яр буйы ремонтланған. Шуны билдәләп үтәм: был башланғыс төбәк өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки тарихи үҙенсәлектәрҙе һәм халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, тораҡ пункттарҙы үҙгәртергә мөмкинлек бирә, – тип хәбәр итте Ирина Голованова.
Рәсәйҙә тәүге өс аҙна эсендә төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә туғыҙ миллион Рәсәй кешеһе ҡатнашты. Рәсәй вице-премьеры Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, был граждандарыбыҙҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһына сағыу дәлил һәм кешеләргә ниндәй ҡалала йәки ҡасабала йәшәүҙәренең мөһимлеген иҫбатлай.
- Йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеү беҙҙең тораҡ пункттарҙы замансараҡ һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ итә. Ял итеү һәм аралашыу өсөн яңы урындар барлыҡҡа килә, урындағы бизнес үҫешә, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә, төбәктең туристар өсөн йәлеп итеүсәнлеге арта, – тип һөйләне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
2019 йылдан алып «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса Рәсәйҙә 72,5 меңдән ашыу йәмәғәт киңлеге, шул иҫәптән 31,5 меңдән ашыу парк төҙөкләндерелә, улар урындағы халыҡ һәм туристар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәһе булып тора.
Тауыш биреү 2025 йылдың 12 июненә тиклем дауам итә. Оҡшаған проект өсөн үҙ тауышыңды бында бирергә мөмкин: clck.ru/3LZhN6.
Башҡортостанда 14 йәштән өлкәндәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса федераль бюджеттан финанслауға дәғүә итә алған йәмәғәт биләмәләре билдәләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты Рәсәйҙә 2017 йылдан алып уҙғарыла. Уны Владимир Путин ҡарары буйынса «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашыралар.
Автор: Эльвира Сафина.
Фото: Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.