

Әбйәлилдә осрашыу мәлендә Исхаҡ ауылында йәшәүселәр Себер түләмәһе менән сирләгән малдар күмелгән урынға ҡағылышлы һорауҙы күтәрҙе.
Ғәмәлдә, сирле мал күмелгән урын юҡ. Бары тик Совет осоронда Себер түләмәһе менән ауырыған малдарҙы яндырған участка бар. Ул Исхаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан. Ә геология-разведкалау эштәре был ауылдан 8,5 километр йыраҡлыҡта планлаштырыла.
Башҡортостандың ветеринария буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян ШАҺИМӨХӘМӘТОВ тулыраҡ итеп быға аңлатма бирҙе.
Исхаҡ ауылында ысынлап та Себер түләмәһе сире теркәлгән. 1959 йылда һыйыр ауырый, һөҙөмтәлә мал аҫраған ҡура яндырыла, дезинфекция эштәре башҡарыла. Хужа йәшәгән йорт, ҡаралты тороп ҡала. Бер йылдан бер һарыҡ ошо сиргә дусар була. Һуңынан йорт, ихата ла тулыһынса яндырыла. Был урынға табличка ла эленеп ҡуйыла.
2013 йылда йылға ташып, ауылдың үҙәк өлөшөнә лә һыу инеү хәүефе янағас, был урынды ветеринария талаптарына ярашлы, бетонларға ҡарар ителә. Бөгөн ул участка ҡоймаланған һәм бетонланған. Был малдар күмелгән урын түгел, ә ҡалдыҡтарын яндырған ер. Унан пробалар даими алынып тора, себер түләмәһе бактериялары унда юҡ. Шулай булғас , борсолоу урынһыҙ.
Исхаҡ ауылы буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинатының санитар зонаһы сигенән йыраҡта урынлашыуын иҫәпкә алһаҡ, предприятиела алып барылған эштәрҙең мал яндырылған урындағы бетон ҡоролмаға бер ниндәй ҙә йоғонто яһамаясағын әйтеп була.