

Төбәктә йәшәүселәрҙе тәүге сиратта “Комбинат төҙөлөүе йылға-күлдәрҙе бысратмаҫмы?”, “Ҙур һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары ҡороп бөтмәҫме?” тигән һорауҙар борсой. Уларға “Салауат “ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир БӘХТЕГӘРӘЕВ асыҡлыҡ индерә:
– Ҡыҙыл йылғаһы ҡоромаясаҡ. Беренсенән, был һыу һаҡлай торған биләмә. Икенсенән, йылғаның тулыланыуы уның сығанағына ғына бәйле түгел. Ағым буйынса түбәнгә аҡҡан һайын уға яңы ҡушылдыҡтар ҡушыла, ҡар, ямғыр һыуҙары менән байый. Йылға быға тиклем нисек йәшәгән артабан да шулай йәшәйәсәк.
Комбинаттың булыуы һыу ятҡылыҡтарына зыян итмәйәсәк. Предприятиела һыу әйләнешенең ябыҡ циклы ҡулланыла. Был нимәне аңлата? Һәр тамсы ҡабаттан ҡулланыла һәм һәр этапта ла һыу экономиялана, ҡабаттан файҙаланыла. Мәҫәлән, Томинск тау-байыҡтырыу комбинатынан ярты километр йыраҡлыҡтағы быуаға бер ниндәй ҙә зыян килмәне. Ул тәбиғи төҫөн һаҡлай, һыуы кәмемәй. Уны ҡоштар төйәк иткән, ҡороу хәүефе бер ҙә юҡ. Шуға ла районда күлдәр бысрана тип шикләнмәгеҙ.
Шишмәләргә, йылғаларға, күлдәргә бысраҡ һыу ағып төшмәйәсәк. Производствола ҡулланылған һыу заманса таҙартыу ҡоролмаларында туҡтауһыҙ таҙартыла. Эшкәртелгән һыу ҡабаттан производствола фабрика ихтыяжы өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ технология юлдарына һыу һибеү өсөн дә ҡулланыла.
Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны эргәлә йәшәгән кешеләр һәм тәбиғәт өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай. Ябай итеп әйткәндә, ҡалдыҡтар – улар баҡыр өлөшсәләрен алыу өсөн ер өҫтөнә сығарылған тау тоҡомдары. Файҙалы компонент алынғандан һуң, һыу менән ҡатышҡан буш тоҡом ҡалдыҡтар һаҡлау урынына ебәрелә. Ҡаты өлөшсәләре яйлап төпкә ултыра, өҫкә күтәрелгән һыу ҡабаттан производствола ҡулланыу өсөн фабрикаға ҡайтарыла. Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урынында һыу ер аҫтына китмәһен өсөн фильтрацияға ҡаршы экран ҡуйыласаҡ.
Компанияның был йәһәттән ыңғай тәжрибәһе бар. Әбйәлилдәге предприятие Силәбе өлкәһендәге Томинск һәм Михеев тау-байыҡтырыу комбинаттары өлгөһөндә төҙөләсәк. Яуаплы ҡарағанда заманса предприятиелар эшмәкәрлеге һыуға кире йоғонто яһамауын улар үҙҙәренең миҫлында дәлилләне.