Йәмғиәт
19 Мая 2025, 10:15

Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә

Баҡыр рудаһы запастары раҫланһа, Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү тураһындағы хәбәр халыҡта тәбиғәткә, экологияға бәйле төрлө һорауҙар тыуҙырҙы. Предприятие эштең иң юғары экологик стандарттарға ярашлы алып барыласағын ышандыра. Тау-байыҡтырыу комбинатының үҙендә лә таҙа буласаҡ, эргәләге тәбиғәт тә зыян күрмәйәсәк.

Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерәӘбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был төбәктә йәшәүселәр борсола, уларға төрлө һорауҙар тынғы бирмәй. Әбйәлил районында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәренең халыҡ менән осрашыуы ла ошо һорауҙарға яуап табыуҙы, төрлө шиктәрҙе таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Йылға-күлдәр бысранырмы?
Төбәктә йәшәүселәрҙе тәүге сиратта “Комбинат төҙөлөүе йылға-күлдәрҙе бысратмаҫмы?”, “Ҙур һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары ҡороп бөтмәҫме?” тигән һорауҙар борсой. Уларға “Салауат “ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир БӘХТЕГӘРӘЕВ асыҡлыҡ индерә:
– Ҡыҙыл йылғаһы ҡоромаясаҡ. Беренсенән, был һыу һаҡлай торған биләмә. Икенсенән, йылғаның тулыланыуы уның сығанағына ғына бәйле түгел. Ағым буйынса түбәнгә аҡҡан һайын уға яңы ҡушылдыҡтар ҡушыла, ҡар, ямғыр һыуҙары менән байый. Йылға быға тиклем нисек йәшәгән артабан да шулай йәшәйәсәк.
Комбинаттың булыуы һыу ятҡылыҡтарына зыян итмәйәсәк. Предприятиела һыу әйләнешенең ябыҡ циклы ҡулланыла. Был нимәне аңлата? Һәр тамсы ҡабаттан ҡулланыла һәм һәр этапта ла һыу экономиялана, ҡабаттан файҙаланыла. Мәҫәлән, Томинск тау-байыҡтырыу комбинатынан ярты километр йыраҡлыҡтағы быуаға бер ниндәй ҙә зыян килмәне. Ул тәбиғи төҫөн һаҡлай, һыуы кәмемәй. Уны ҡоштар төйәк иткән, ҡороу хәүефе бер ҙә юҡ. Шуға ла районда күлдәр бысрана тип шикләнмәгеҙ.
Шишмәләргә, йылғаларға, күлдәргә бысраҡ һыу ағып төшмәйәсәк. Производствола ҡулланылған һыу заманса таҙартыу ҡоролмаларында туҡтауһыҙ таҙартыла. Эшкәртелгән һыу ҡабаттан производствола фабрика ихтыяжы өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ технология юлдарына һыу һибеү өсөн дә ҡулланыла.
Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны эргәлә йәшәгән кешеләр һәм тәбиғәт өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай. Ябай итеп әйткәндә, ҡалдыҡтар – улар баҡыр өлөшсәләрен алыу өсөн ер өҫтөнә сығарылған тау тоҡомдары. Файҙалы компонент алынғандан һуң, һыу менән ҡатышҡан буш тоҡом ҡалдыҡтар һаҡлау урынына ебәрелә. Ҡаты өлөшсәләре яйлап төпкә ултыра, өҫкә күтәрелгән һыу ҡабаттан производствола ҡулланыу өсөн фабрикаға ҡайтарыла. Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урынында һыу ер аҫтына китмәһен өсөн фильтрацияға ҡаршы экран ҡуйыласаҡ.
Компанияның был йәһәттән ыңғай тәжрибәһе бар. Әбйәлилдәге предприятие Силәбе өлкәһендәге Томинск һәм Михеев тау-байыҡтырыу комбинаттары өлгөһөндә төҙөләсәк. Яуаплы ҡарағанда заманса предприятиелар эшмәкәрлеге һыуға кире йоғонто яһамауын улар үҙҙәренең миҫлында дәлилләне.


Яңы предприятие төҙөлгәс, туҙан йонсотмаҫмы?
Әбйәлил районында “Салауат” яуаплылығы төҙөлөп эш башланғас, туҙан булыр, тәбиғәт бысраныр, тигән хәүефте йыш ишетергә мөмкин. Халыҡты был йәһәттән дә борсолмаҫға саҡыра белгестәр. Сөнки туҙанлы участкаларҙа һыу һибеү ойошторола, руданы ташыған юлдарҙа ла саң баҫтырыла. Фабриканың үҙендә туҙанды тотоу өсөн заманса система ҡуйыла, барлыҡ яңы техника ҡулланыла. Предприятиела, шул иҫәптән зонаның санитар-һаҡлау һәм яҡындағы торлаҡ төҙөлөшө сигендә даими рәүештә экологик контроль ойошторола. Контролде бойондороҡһоҙ аккредитацияланған лабораториялар алып бара, тип аңлата белгестәр. Бындай технологиялар Томинск һәм Михеевск тау-байыҡтырыу комбинаттарында ҡулланыла.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте партнеры вәкиле Алексей ВОРОБЬЕВ туҙанға ҡағылышлы мөһим мәғлүмәт еткерҙе:
– Руданы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, туҙан сыға. Был туҙанда ла баҡыр бар. Уны юғалтмаҫ өсөн беҙ туҙанды ла тотабыҙ. Әлбиттә, быны эшләүе еңел түгел, ләкин – кәрәк. Заманса технологияларға ярашлы быны ла башҡарып була. Элек илебеҙ баҡыр рудаһы юғары булған ятҡылыҡтарға бай ине. Шуға компания туҙанды тотоуға артыҡ иғтибар бирмәне. Хәҙер туҙандағы баҡыр ҙа ҙур мәғәнәгә эйә, – тип белдерҙе белгес.


Комбинатҡа әбйәлилдәрҙе эшкә алырҙармы?
Ғаиләләрен ауылдарында ҡалдырып ситтә эшләп йөрөгән замандаштарыбыҙ аҙ түгел. Бының төп сәбәбе – ауылдарҙағы эшһеҙлек.
Әбйәлил районында яңы предприятие асылыуы урындағы халыҡҡа эшһеҙлек мәсьәләһен дә хәл итергә ярҙам итәсәк.
Компания тау-байыҡтырыу комбинатында яҡынса 1500 урын булдырырға планлаштыра һәм кәмендә 90 процент хеҙмәткәрҙәрҙе Әбйәлил районынан алыу ниәтләнә. Тау-байыҡтырыу комбинатында эшләргә теләүселәрҙе тау һөнәрҙәренә уҡытырға әҙер булыу ҙа урындағы халыҡ өсөн файҙаға.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев та ошо турала белдерҙе:
– Комбинат асылмаған, беҙ әленән үк урындағы егеттәрҙе юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн йыябыҙ. Иң беренсе, беҙ үҙебеҙгә белгестәр булдырырға теләйбеҙ.
Беҙҙең комбинат ауылдарҙың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеп кенә ҡалмаясаҡ, уларҙы тергеҙергә лә булышлыҡ итәсәк. Яңы тау-байыҡтырыу комбинаты барлыҡҡа килеүе, яңы эш урындарын асасаҡ. Заманса предприятиела эш булһа, йәштәр ҙә ҡайтасаҡ. Был уларға тыуған ерҙәрендә ҡалырға һәм йәнтөйәктәренең үҫешенә өлөш индерергә ярҙам итәсәк, – тине ул.
Тау-байыҡтырыу комбинаты иҫәбенә иҡтисадтың башҡа тармаҡтары ла үҫешәсәк. Был иһә урында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн этәргес бирәсәк. Томинск тау байыҡтырыу комбинаты буйынса ла был йәһәттән миҫалдар килтерергә мөмкин. Силәбеләр тәүҙә төҙөлөшкә ҡаршы булһалар ҙа, аҙаҡ тәүгеләрҙән булып эшкә киләләр. 2023 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, предприятиела 1336 кеше эшләгән, тағы ла 1200-е подрядсы ойошмаларҙа хеҙмәт иткән. Уларҙың 280-е вахта юлы менән эшләүселәр, ҡалғандары яҡындағы биләмә халҡы – Силәбе, Коркино, Копейск, Еманжелинсктыҡылар. Буласаҡ комбинатта эш өсөн кәрәкле булған яңы оҫталыҡтарҙы үҙләштереүгә, ҡабаттан уҡытыуға компания барлыҡ шарттар булдырырға әҙер.


Ауылдарҙы күсерерҙәрме?
“Шартлатыу эштәре башҡарылыуы арҡаһында ятҡылыҡ эргәһендәге ауылдарҙы күсерерҙәрме?” – тигән һорау ҙа был тарафта йәшәүселәрҙе борсой. Был эштәр яҡын-тирәлә йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡ тыуҙырырмы, тигән һорауға яуапты “Салауат” йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәевтан ишеттек.
– Быраулау-шартлатыу эштәре ауылдарҙа йәшәүселәргә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, сөнки ҙур шартлау булмаясаҡ, ә яйлатылған ысул ҡулланыла. Йәғни һәр скважина айырым ваҡыт арауығы менән шартлатыла, шуға тирбәлеү (сейсмик) эффекты бик тойолмай.
Белгестәр менән беҙ урындағы шарттарҙы өйрәнәбеҙ һәм тоҡомдоң үҙенсәлектәрен иҫәпкә алабыҙ. Бары тик ошоларҙың барыһын да иғтибарға алып ҡына тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн быраулау-шартлатыу эштәренең параметрҙары һайлана.
Шартлатыу эштәре бик аныҡ, теүәл ҡорамалдарҙың даими мониторингы аҫтында алып барыла. Улар комбинаттың сиктәре буйынса урынлаштырыла.


Район икенсе Ҡарабашҡа әүерелмәҫме?
Әбйәлилдә яңы комбинат булыуы ихтималлығы халыҡ араһында ошо һорауҙы ла тыуҙырҙы. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең партнеры “Рус баҡыр компанияһы” белгестәре быға ла аңлатма бирҙе. Әбйәлилдә күҙалланған производствола Ҡарабаштан айырмалы рәүештә металл иретмәйәсәктәр. Шуға ла бындай сағыштырыу урынһыҙ. Ҡарабашта 100 йылдан ашыу иҫке технологиялар буйынса баҡыр иретеү заводы эшләгән. Ундай технологиялар яңы төҙөләсәк предприятиела бөтөнләй булмаясаҡ. Ҡарабашта ҡорамалдар алмаштырылғандан һуң барыһы ла үҙгәргән. Һуңғы 10 йылда экология яҡшырған, тәбиғәт тергеҙелә.


Ятҡылыҡ эргәһендә Себер түләмәһе менән сирле малдар ерләнгәнме?
Әбйәлилдә осрашыу мәлендә Исхаҡ ауылында йәшәүселәр Себер түләмәһе менән сирләгән малдар күмелгән урынға ҡағылышлы һорауҙы күтәрҙе.
Ғәмәлдә, сирле мал күмелгән урын юҡ. Бары тик Совет осоронда Себер түләмәһе менән ауырыған малдарҙы яндырған участка бар. Ул Исхаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан. Ә геология-разведкалау эштәре был ауылдан 8,5 километр йыраҡлыҡта планлаштырыла.
Башҡортостандың ветеринария буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян ШАҺИМӨХӘМӘТОВ тулыраҡ итеп быға аңлатма бирҙе.
Исхаҡ ауылында ысынлап та Себер түләмәһе сире теркәлгән. 1959 йылда һыйыр ауырый, һөҙөмтәлә мал аҫраған ҡура яндырыла, дезинфекция эштәре башҡарыла. Хужа йәшәгән йорт, ҡаралты тороп ҡала. Бер йылдан бер һарыҡ ошо сиргә дусар була. Һуңынан йорт, ихата ла тулыһынса яндырыла. Был урынға табличка ла эленеп ҡуйыла.
2013 йылда йылға ташып, ауылдың үҙәк өлөшөнә лә һыу инеү хәүефе янағас, был урынды ветеринария талаптарына ярашлы, бетонларға ҡарар ителә. Бөгөн ул участка ҡоймаланған һәм бетонланған. Был малдар күмелгән урын түгел, ә ҡалдыҡтарын яндырған ер. Унан пробалар даими алынып тора, себер түләмәһе бактериялары унда юҡ. Шулай булғас , борсолоу урынһыҙ.
Исхаҡ ауылы буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинатының санитар зонаһы сигенән йыраҡта урынлашыуын иҫәпкә алһаҡ, предприятиела алып барылған эштәрҙең мал яндырылған урындағы бетон ҡоролмаға бер ниндәй ҙә йоғонто яһамаясағын әйтеп була.


Ятҡылыҡ зонаһында радиация ҡалдыҡтары күмелгәнме?
Яңы ятҡылыҡ биләмәһендә радиация ҡалдыҡтары үтилләштерелгәнме? Әбйәлил районында осрашыу ваҡытында Буранғол халҡы ошоға бәйле хәүефләнеүҙәрен белдерҙе. Тау үткәүеленән йыраҡ түгел радиактив ҡалдыҡтар күмелгән, ҡасандыр был турала иҫкәрткән билдә лә ҡуйылған, тигән һүҙ йөрөй.
Әбйәлил районы биләмәһендә радиация фонын тикшереүгә ҡағылышлы мөрәжәғәт буйынса республика дәүләт комитетының химия-радиометрия үҙәге белгестәре махсус ҡорамалдар һәм приборҙар ярҙамында биләмәне тикшергән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов был хәлгә аңлатма бирә:
–2020 йылдарҙан радиоактив объекттар тороуы тураһында мөрәжәғәттәр булды. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр махсус ҡормалдар менән был урындарға сығып тикшерҙе. Был приборҙар радиация фонының күтәренке булмауын күрһәтте.
Башҡортостан Республикаһында был ситуацияны контроләүсе тотош хеҙмәт һәм белгестәр эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында ла тейешле эксперттар бар. Әгәр ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуа икән, халыҡҡа һәр ваҡыт асыҡбыҙ. Теләгән һәм кем килеп теге йәки был матдәне алыу (йыйыу) нисек эшләнеүен һәм һөҙөмтәләрен дә ҡарай ала.


Ҡыҙыл китаптағы үҫемлектәр, хайуандар нимә эшләр?
Әбйәлилдә яңы тау байыҡтырыу комбинаты барлыҡҡа килеү ихтималлығы менән бәйле, халыҡта тәбиғәткә ҡағылышлы байтаҡ һорауҙар тыуҙырҙы. Был тәбиғи, йәшәгән йәнтөйәктәре өсөн борсолоу булырға тейеш.
“Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр, хайуандар юғалып бөтмәҫме?” тигән хәүефләнеүҙәргә биология фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий МАРТЫНЕНКОНЫҢ фекерен тыңлайыҡ:
– Геологоразведка һәм ятҡылыҡты разработкалауға килгәндә, әгәр ул айырыуса һаҡланған биләмә түгел икән, геологоразведка башҡарыу мөмкин. Тап геологоразведка үткәреү был ятҡылыҡты эшкәртеү маҡсатҡа ярашлымы, тигән һорауға яуап бирә. Әгәр яуап ыңғай булһа, проект әҙерләнергә тейеш, ул дәүләт экология экпертизаһын үтә. Был проектта бик мөһим бүлек бар – тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итеүҙе баһалау, ул инженер - экология тикшеренеүҙәре нигеҙендә үтәлә. Был тикшеренеүҙәр ваҡытында биләмәлә Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлек һәм хайуандар барлығы йәки юҡлығы асыҡлана.
Уларҙың һанына ҡарап, зыянды баһалау буйынса иҫәпләүҙәр башҡарыла. Әгәр разработка йәки уның инфраструктураһы биләмәһендә Ҡыҙыл Китапҡа ингән үҫемлектәр йәки хайуандар асыҡлана икән, был төрҙәрҙе ҡотҡарыу буйынса саралар тәҡдим ителергә тейеш. Тәүге сиратта был үҫемлектәргә ҡағыла. Әгәр теге йәки был төр үҫемлектәрҙе күсереү мөмкин түгел икән, эргәлә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу тәҡдим ителә.
Геологоразведка мәлендә Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр һәм хайуандар өсөн ниндәйҙер хәүеф күҙәтелмәй. Әгәр геологоразведка баҡыр рудаһы запасының тейешле күләмдә һәм сифатта булыуын раҫлаһа, һаҡланған үҫемлектәр һәм хайуандарҙы һаҡлау буйынса барлыҡ саралар күрелә.
Разработка тамамланғандан һуң, ятҡылыҡ биләмәһе эш башланғанға тиклем алынған тупраҡ ҡатламы менән ҡаплана. Был ҡатлам махсус урындарҙа һаҡлана. Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны рекультивацияланасаҡ, уның урынында йәшел ҡалҡыулыҡ ҡалҡа, ә карьер урынында яһалма һыу ятҡылығы барлыҡҡа килә.
Геологоразведка һәм разработка ваҡытында ҡырҡылған ағастар ике тапҡырға күберәк күләмдә урындағы урмансылыҡ күрһәткән урында ултыртыласаҡ.
Шуны ла билдәләү мөһим, компания предприятиеһы йыл һайын һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙы үрсетеү буйынса сараларҙы финанслай. Предприятие заказы буйынса махсус ойошмалар тарафынан йылғаларға, башҡа һыу ятҡылыҡтарына балыҡ селбәләрен ебәреү ойошторола. Селбәрәләрҙең күләме балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡ менән килешелеп билдәләнә.

Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Әбйәлилдәрҙең һорауҙарының осо-ҡырыйы юҡ. Белгестәр асыҡлыҡ индерә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас