Йәмғиәт
19 Май 2025, 05:30

Яңы предприятие төҙөлгәс, туҙан йонсотмаҫмы?

“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте партнеры вәкиле Алексей ВОРОБЬЕВ туҙанға ҡағылышлы мөһим мәғлүмәт еткерҙе.

Яңы предприятие төҙөлгәс, туҙан йонсотмаҫмы?Яңы предприятие төҙөлгәс, туҙан йонсотмаҫмы?
Яңы предприятие төҙөлгәс, туҙан йонсотмаҫмы?

Әбйәлил районында “Салауат” яуаплылығы төҙөлөп эш башланғас, туҙан булыр, тәбиғәт бысраныр, тигән хәүефте йыш ишетергә мөмкин. Халыҡты был йәһәттән дә борсолмаҫға саҡыра белгестәр. Сөнки туҙанлы участкаларҙа һыу һибеү ойошторола, руданы ташыған юлдарҙа ла саң баҫтырыла. Фабриканың үҙендә туҙанды тотоу өсөн заманса система ҡуйыла, барлыҡ яңы техника ҡулланыла. Предприятиела, шул иҫәптән зонаның санитар-һаҡлау һәм яҡындағы торлаҡ төҙөлөшө сигендә даими рәүештә экологик контроль ойошторола. Контролде бойондороҡһоҙ аккредитацияланған лабораториялар алып бара, тип аңлата белгестәр. Бындай технологиялар Томинск һәм Михеевск тау-байыҡтырыу комбинаттарында ҡулланыла.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте партнеры вәкиле Алексей ВОРОБЬЕВ туҙанға ҡағылышлы мөһим мәғлүмәт еткерҙе:
– Руданы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, туҙан сыға. Был туҙанда ла баҡыр бар. Уны юғалтмаҫ өсөн беҙ туҙанды ла тотабыҙ. Әлбиттә, быны эшләүе еңел түгел, ләкин – кәрәк. Заманса технологияларға ярашлы быны ла башҡарып була. Элек илебеҙ баҡыр рудаһы юғары булған ятҡылыҡтарға бай ине. Шуға компания туҙанды тотоуға артыҡ иғтибар бирмәне. Хәҙер туҙандағы баҡыр ҙа ҙур мәғәнәгә эйә, – тип белдерҙе белгес.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас