Йәмғиәт
22 Мая 2025, 18:25

Әсәйҙәргә 90 мең һум түләнәсәк

Тик бөтәһенә лә түгел, ә бығаса иң аҙ пособие алғандарға.

Студент әсәйҙәр ҙә яҡшы пособие аласаҡ. Декреттағы студенттарға пособиены 90 мең һумғаса арттырасаҡтар. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин белдерҙе.

Хәҙер пособиеларҙы стипендия күләменә түгел, ә төбәктәге йәшәү минимумы суммаһына ҡарап тәғәйенләйәсәктәр. Һөҙөмтәлә йөклө булғанда һәм бала тапҡас бирелгән отпускының 140 көнө өсөн яҡынса 90 мең һум аҡса алырға була.

Фото: АО ИД "Республика Башкортостан".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас