

Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ғалимә, университет уҡытыусыһы Рида Латипованың вафаты тураһында ауыр хәбәр менән уртаҡлашты.
“Хөрмәтле коллегалар, студенттар! Ҙур үкенес менән беҙҙең хөрмәтле коллегабыҙ, филология фәндәре кандидаты, журналистика кафедраһы доценты Латипова Рида Марс ҡыҙының беҙҙең аранан китеүе тураһында хәбәр итәбеҙ.
Рида Марс ҡыҙының туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Студенттары һәм коллегалары өсөн Рида Марс ҡыҙы һәр ваҡыт изге күңелле, оло йөрәкле яҡшы кеше булып ҡаласаҡ.
Йәнегеҙ йәннәттә булһын, Рида Марс ҡыҙы!” – тип яҙҙы факультет коллективы.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла ғалимәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләй.
Сығанаҡ: vk.com/public187735536