

30 йыллап иҫәнләшеп, бер үк ишектән инеп-сығып йөрө лә бер көн килеп хеҙмәттәшеңдең фани донъяларҙы ҡалдырып китеүен ишетеү шаңҡыта... Ысынлап та, эх, был ғүмер тигәндәре...
Бөгөн ауыр хәбәр алдыҡ: оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң күрше генә редакция "Кызыл таң" гәзитендә эшләгән хеҙмәттәшебеҙ Иҙрис Сәйетғәлиев вафат булған.
Иҙрис Мөҙәрис улы менән гел генә иртән дә, кис тә Матуғат йорто ишеге эргәһендә осраша торғайныҡ. Ипле интеллигент холҡона хас булғанса, матур ғына иҫәнләшеп, һинең алдыңда ишекте шар асып ебәреп алға үткәрер, лифт янында ла матур итеп юл бирер, уңышлы көн теләр ине. Артабан инде һәр кемебеҙ үҙенең ҡатында, үҙенең кабинетында гәзиттең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эшенә сумғанғалыр, башҡаса күрешмәйбеҙ. Әммә иртәгәһенә бина ишеге янында йәнә осрашыр инек... Һәр ваҡыт шул уҡ тәбиғи иплелек, яғымлылыҡ хас булды уға.
Әле ошо ҡайғылы хәбәр килеп ишетелгәс, уйланып ултырҙым. Ысынлап та, күптән ишек төбөндә осрашмағанбыҙ икән. Баҡһаң, Иҙрис Мөҙәрис улы аҙаҡҡы йылдарҙа үҙенең тыуған яғы Илештә, һуңғы ваҡытҡаса яратҡан эшенә тоғро ҡалып, "Кызыл таң"дың үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән. Әммә барыбер ул минең хәтеремдә көн дә ыҫпай пальтоһын кейеп Матбуғат йорто ишеген асып йылмайып торған килеш ҡалды.
Иҙрис Сәйетғәлиев 1961 йылда Илеш районының Иштирәк ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлап, тәүҙә Өфөләге педагогия училищеһында, артабан Башҡорт дәүләт университетында белем ала. 1984 йылда “Кызыл таң” гәзитенә эшкә килә, бөтә хеҙмәт баҫҡыстарын үтә. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Иҙрис Мөҙәрис улын һуңғы юлға оҙатыу сараһы иртәгә Илеш районының Иштирәк ауылында үтәсәк.
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының һәм хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Фото: "Кызыл таң" гәзите.