

Яңыраҡ Ҡырымда уҙған "МОСТ" кинофестивалендә Өфө фән һәм технологиялар университетының 4-се курс студенты Тимур Циглов та ҡатнашты. Ул жюри хөкөмөнә бер аҙна эсендә Салауат районында төшөргән "Йәй" исемле кинокартинаһын тәҡдим итте.
Эш егеттең кинофестивалдә урын алыу-алмауында түгел. Үҙе әйтеүенсә, был эшкә тамырҙарын нығыраҡ белеү теләге этәргән. Ә бит ул элек үҙенең башҡортлоғон яратмаған. Яртылаш рус, яртылаш башҡорт милләтенән булған егет 11 йыл буйы башҡорт гимназияһында уҡыһа ла, өйҙә лә туған телдә һөйләшһәләр ҙә, башҡортса өйрәнмәгән. Үҙенең мәҙәниәтенән йөҙ сөйөргән, насар һүҙҙәр әйткән.
Әммә бер аҙ ваҡыттан ул ҡараштарын үҙгәртә: фольклор-әкиәттәрҙе өйрәнә башлай, "Урал батыр" эпосын уҡып сыға. Уға был бик оҡшап китә.
"Хәҙер мин бының мөһим икәнен аңланым. Башта үҙемдең мәҙәниәтемде ҡабул итмәгән кеше булараҡ, шундай уҡ йәштәр менән быны уртаҡлашҡым, уларға аңлатҡым килә", - ти Тимур.
Аафрин, егет! Барыһын да аңлағанһың. Әле һуң түгел.
Фото: видеонан скриншот.