Йәмғиәт
1 Июнь 2025, 09:10

Балалар ҙур балыҡ тотҡан һәм...

Интернет селтәрендә был хәлдең ҡайһы ауылда булыуы тураһында бәхәс сыҡты. Ә беҙ бына белдек! Шулай уҡ йәйенде ашау-ашамау ҙа бәхәс тыуҙырҙы. 

Балалар ҙур балыҡ тотҡан һәм...Балалар ҙур балыҡ тотҡан һәм...
Балалар ҙур балыҡ тотҡан һәм...

Интернет селтәрендә ошо видеояҙма таралғас, "был хәл беҙҙең ауылда булған" тип яҙыусылар күп кенә булды. Видеолағы яҙыуҙы күреп, башта күптәр Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылын атаны. Әммә видеола йәйенде Һаҡмар йылғаһынан тотоу тураһында әйтелә, әммә, билдәле булыуынса, был ауыл янынан Һаҡмар йылғаһы аҡмай. 

Артабан йырсы Рифат Йәмлихин балаларҙы үҙе тыуып үҫкән Яйыҡбай ауылыныҡыларға оҡшатып. "Был беҙҙең ауылда" тип яҙҙы. Сыңғыҙ ауылын атаусылар ҙа булды. 

Ә ысынбарлыҡта ҙур йәйенде тотҡан малайҙар Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылыныҡылар булып сыҡты. "Алсынов Тимурҙың малайы" тип яҙҙылар "Баймаҡтар" чатында.

Икенсе бәхәс балыҡты һыуға ебәреү-ебәрмәү тураһында сыҡты. Кемдер йәйен тәмһеҙ була, ти, икенселәр "ашарға мөкин, хатта тәмле" тип яҙҙы. Шулай ҙа күпселек балаларҙың ҡылығын, йәғни йәйенде һыувға ебәреүен хупланы. Йән эйәһен йәлләп, артабан йәшәүен өсөн тырышып-тырышып йылғаға ебәргән балаларға "Афарин!" тиергә генә ҡала. 

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас