

Бөгөн, 5 июндә, Өфөлә асылған V “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Академияһының эше төрлө майҙансыҡтарҙа дауам итте. Уларҙа гүзәл заттар үҙ-үҙеңде үҫтереү, белем арттырыу, һәләттәреңде асыу, сәләмәтлекте хәстәрләү һ.б. буйынса ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә, лекцияларҙа һәм ғәмәли күнекмәләрҙә ҡатнашты.
“Креатив индустриялар” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының директоры, Башҡортостан Республикаһының креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советы ағзаһы Марина Монгуш үткәргән лекция ла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн әһәмиәтле булды. Ул бәләкәй ҡалаларҙа һәм райондарҙа креатив индустрияларҙы үҫтереү алымдары, бының дөйөм иҡтисад өсөн ни тиклем файҙалы булыуы тураһында һөйләне.
– 2020 йылда, Мәскәүҙә үткән I «Рәсәй креатив аҙналығы» нан һуң, беҙ РФ Президенты хакимиәтенә хат яҙҙыҡ. Беренсенән, беҙ ижади бизнесты башлау өсөн яңы президент фонды булдырыуҙы һораныҡ һәм был тиҙҙән был фонд эшләй башланы. Икенсенән, ижади бизнесты легалләштереү өсөн норматив база кәрәк ине. «Рәсәй Федерацияһында креатив (ижади) индустрияларҙы үҫтереү тураһында» закон оҙаҡ әҙерләнде, ул былтыр ҡабул ителде, – тип һөйләне Марина Монгуш.
Был закондың ҡабул ителеүе – үҙе үк креатив индустрияларҙың ил иҡтисадында ҙур роль биләүен таныу ул. Марина Монгуш билдәләүенсә, беҙҙең ил оҙаҡ йылдар дауамында сеймал иҡтисадына таянып, башлыса уны әҙерләү маҡсатын алға ҡуйып йәшәне. Әммә бөгөнгө заман сеймал иҡтисады менән креатив иҡтисадты йәнәш үҫтереүҙе талап итә, сөнки һуңғыһы туранан-тура тәүгеһенең торошона һәм күрһәтестәренә йоғонто яһай.
Мәскәү ҡунағы креатив индустрияларҙы урындағы үҙидара эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, улар ярҙамында бәләкәй ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү алымдары тураһында ла бәйән итте. Дөрөҫ ҡоролған эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар сафҡа инә, демографияһы мәсьәләһе хәл ителә.
Төбәктәрҙә ижади индустрияларҙың уңышлы үҫеше урындағы хакимиәткә ярҙам итеүгә, бизнестың территорияларҙы үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуына һәм ижади әүҙемлектең яңы формаларын булдырырға әҙер кешеләрҙең булыуына бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марина Монгуш.
Хәбәр итеүебеҙсә, 5 һәм 6 июндә Өфөлә V «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Академияһы үтә. Ҡатнашыусылар иғтибарына бай программа ҡаралған: лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм воркшоптар. Беренсе көндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырыуса медицина һәм психологтар консультациялары ҙур һорау менән файҙаланды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.