

Хөрмәтле мосолмандар!
Һеҙҙе ихлас йөрәктән Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым!
Был изге көн исламдың мөһим ҡиммәттәрен иҫебеҙгә төшөрә – изгелек ҡылыуҙы, рухи таҙарыныуҙы һәм тыныслыҡ юлынан барыуҙы. Беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙ кеүек йәшәргә тырышабыҙ – туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ һәм мохтаждар тураһында хәстәрләргә, Ватан һаҡлаусыларына ярҙам итергә һәм уларҙың ғаиләләренә иғтибар күрһәтергә.
Мосолман өммәте тырышлығы менән беҙҙең республикала күп быуатлыҡ ислам традициялары һаҡлана, ғаилә ҡиммәттәре нығый, дини белем биреү үҫешә, яңы мәсеттәр төҙөлә. Башҡа милләт вәкилдәре менән бер рәттән һеҙ күп милләтле төбәгебеҙҙең сәскә атыуына лайыҡлы өлөш индерәһегеҙ.
Беҙ бай тарихыбыҙ менән ғорурланабыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың васыяттарын ҡәҙерләйбеҙ, йәштәргә әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тапшырабыҙ.
Бөгөн, ил өсөн ауыр ваҡытта, Ватанды һаҡлау, уның яҡлаусыларына ярҙам итеү беҙҙең быуынға төшкән махсус миссияға әйләнде. Дин әһелдәренең һәм диндарҙарҙың яугирҙәрҙәң тиҙерәк Тыуған еренә Еңеү менән ҡайтыуы һәм тыныслыҡ килеүе өсөн ихлас доғалары бөтә милләт һәм дин кешеләренең йөрәктәрен берләштерә. Ошо байрам көндәрендә һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ һәм изгелек теләйем!
Бер-беребеҙгә ихтирам һәм татыулыҡ һәр ваҡыт дөйөм йортобоҙҙоң – Рәсәйҙең ышаныслы рухи таянысы булһын!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Фото сығанағы: glavarb.ru.