Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 20:40

Улдарының дуҫын язалайҙар: туҡмайҙар, быуалар...

Дуҫының дәғүәһе булмаһа ла, уның ата-әсәһе ҡырағайҙарса ҡылана: Стәрлетамаҡтан 18 йәшлек егетте урманға алып китәләр...

Улдарының дуҫын язалайҙар: туҡмайҙар, быуалар...Улдарының дуҫын язалайҙар: туҡмайҙар, быуалар...
Улдарының дуҫын язалайҙар: туҡмайҙар, быуалар...

18 йәшлек егетте урманға алып сығып, танышының ата-әсәһе туҡмай. Хәл былай була: зыян күреүсе Стәрлетамаҡта иптәшенең скутерында йөрөй һәм осраҡлы рәүештә ҡойманы эләктереп, техниканың артындағы ҡапҡасын һындыра. Ул зыянды ҡапларға тәҡдим итә, телефонын залогҡа ҡалдыра.

Дуҫы ризалаша, әммә уның әсәһе ҡаршы килә. Ҡатын үҫмергә яза бирергә ҡарар итә һәм ярҙамға үҙенең ирен һәм ике дуҫын саҡыра. Улар бергәләп егетте өйөнән урлай. Тәүҙә уны ҡалала туҡмайҙар, һуңынан урманға алып китеп, унда күҫәктәр менән бәргесләйҙәр.

Өсәүҙең икәүһе ҡасҡан. Өсөнсөһө ғәйебен таныған, зыянды ҡапларға әҙер. Зыян күреүсегә суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Уның тәнендә һыҙырылған урындар, муйынында быуылған эҙ бар, бер аяғы бинтҡа сорналған, инвалид коляскаһында ултыра, баҫа алмай.

Фото: видеонан скриншот/Новости Стерлитамака.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас