Йәмғиәт
7 Июнь 2025, 07:00

Ысын дауалаусы аҡса эшләүҙе беренсе урынға ҡуйырға тейеш түгел

Кешенең хәлен, эске торошон ҡулым менән тоям һәм ул күҙ алдыма килеп баҫа. Төрлө һорауҙар менән төрлө хәлдәге кешеләр мөрәжәғәт итә. Бәпәй таба алмаған ҡатын-ҡыҙҙар йыш килә, ти Гөлфиә Ғайсина. 

Ысын дауалаусы аҡса эшләүҙе беренсе урынға ҡуйырға тейеш түгелЫсын дауалаусы аҡса эшләүҙе беренсе урынға ҡуйырға тейеш түгел
Ысын дауалаусы аҡса эшләүҙе беренсе урынға ҡуйырға тейеш түгел

5-6 июндә Өфөлә үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” төрлө сараларға бай булды. Халыҡ дауалаусылары ҡатнашҡан майҙансыҡ яны ла гөрләп торҙо. Халыҡ табиптары фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып ҡына ҡалманы, шунда уҡ халыҡты ҡарау әмәлен дә тапты. Ошо мәлде файҙаланып, беҙ ҙә улар менән яҡындан танышырға тырыштыҡ.

Гөлфиә Фәйез ҡыҙы Ғайсина Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәй. Ул – “Халыҡ дауалаусылары мәктәбе” етәксеһенең Баймаҡ районы буйынса урынбаҫары.

– Нәҫелебеҙҙә элек-электән бағымсылар күп булған. Мин – 11-се быуын вәкиле. Кешенең хәлен, эске торошон ҡулым менән тоям һәм ул күҙ алдыма картина кеүек килеп баҫа. Төрлө һорауҙар менән төрлө хәлдәге кешеләр килә. Бәпәй таба алмаған ҡатын-ҡыҙҙар йыш килә. Бына яңыраҡ бер ғаилә килеп, рәхмәт әйтеп китте. Оҙаҡ йылдар сабыйҙары булмаған. Ярҙам һорап килделәр, күренделәр, дауалау үткәрҙем. Әле ваҡытта тормоштарына йәм өҫтәп ҡыҙҙары үҫеп килә. Ғаилә башлығы бөгөнгө көндә МХО-ла. Ялға ҡайтҡанында килеп күренеп, бер ыңғай ҡыҙы өсөн пәхмәт әйтеп китте, - тип һөйләне Гөлфиә.

Бөгөн “Халыҡ дауалаусылары мәктәбе”нә берләшкән кешеләр  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, унан яраланып ҡайтҡан егеттәргә, уларҙың ата-әсәләренә маҡсатлы ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Уларҙы ҡабул итеүҙәр ойошторалар, һорауҙарына яуап бирәләр, йән тыныслығы тапһындар өсөн доғалар ярҙамында өшкөрәләр, халыҡ дауалары алымдарын ҡулланып имләйҙәр. Шулай уҡ бетеү һорап килеүселәр ҙә күп икән. Әйтергә кәрәк, был категорияға тәғәйен ярҙам тулыһынса бушлай эшләнә.

– Ысын дауалаусы аҡса эшләүҙе беренсе урынға ҡуйырға тейеш түгел, уның иң тәүге бурысы – ярҙам итеү, - ти Гөлфиә.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас