Йәмғиәт
20 Июнь 2025, 12:45

Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән осрашыу

20 июндә XXVIII  Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән осрашты. Көн тәртибендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре торҙо.

Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән осрашыуАлтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән осрашыу
Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән осрашыу

Шуны билдәләп үтәйек, июнь башында Башҡортостан делегацияһы Алтайҙа булды, унда төбәктәрҙең иҡтисади һәм туристик потенциалы менән таныштырҙылар.

Радий Хәбиров Алтай Республикаһының идара итеү командаһына емешле хеҙмәттәшлек һәм яңы башланғыстарға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, 2025 йылдан Өфө менән Таулы Алтай ҡалалалары араһында тура авиабәйләнеш эшләй башланы. Был туризмды үҫтереү һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр аса.

Бынан тыш, Алтай предприятиелары төбәк-ара сәнәғәт кластерына, Волга буйы федераль округының мебель кластерына, шулай уҡ балалар уйынсыҡтары һәм еңел сәнәғәт етештереүселәре кластерҙарына инде.

- Сәнәғәтте үҫтереү йәһәтенән Алтай Республикаһына шефлыҡ иттек. Шулай уҡ туризм өлкәһендә әүҙем хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шуныһы мөһим, ПМЭФ майҙансығында рәсми булмаған шарттарҙа аралашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тыныс ҡына тикшереү өсөн яҡшы мөмкинлек бар.

Андрей Турчак үҙ сиратында Башҡортостан менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм бәйләнештәрҙе артабан нығытыуға ышаныс белдерҙе.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас