

Төбәк етәксеһе өс тиҫтә йыл дауамында халыҡҡа почта хеҙмәте күрһәтеп килгән “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының эшмәкәрлеген баһалап, тармаҡ алдынғыларын тәбрикләне.
Күптән түгел ил күләмендә үткәрелгән ярышта Ғафури районының Родина ауылы почтальоны Зилә Романова еңеү яулап, “Иң яҡшы ауыл почтальоны” булып танылғайны. Ә бөгөн ул республика Башлығы ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алып ҡыуанды. Ошондай уҡ юғары наградаға Мәләүез районынан Елена Кузич та лайыҡ булды.
Талбазы почтамтынан Эльвира Ғәбдрәхимова һәм Нефтекаманан Елена Копытова – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе”, Рәсәй почтаһы автотранспорт предприятиеһы водителдәре Александр Кирсанов менән Эльмир Хисмәтов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
Фотола: Зилә Романова (видеокәңәшмәнән скриншот).