Йәмғиәт
24 Июнь 2025, 09:00

– 1 градусҡаса һыуыта!

Белгестәр ошо хаҡта иҫкәртте. Ә ҡасан йылытыр? 

– 1 градусҡаса һыуыта!– 1 градусҡаса һыуыта!
– 1 градусҡаса һыуыта!

Республикабыҙ биләмәһендә яуым-төшөмлө, һалҡынса һауа торошо өҫтөнлөк итә. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24-25 июндә төнгө һауа температураһы ярайһы уҡ түбән буласаҡ, таулы һәм төньяҡ райондарҙа ҡырау төшөүе, тупраҡтың өҫкө өлөшөндә 0...-1 градусҡаса һыуытыуы ихтимал.

Шулай ҙа республика биләмәһендәге күпселек райондарҙа төндәге һауа температураһы +5...+8 градустан түбән төшмәйәсәк. Көндөҙгөһө +16...+19 градус. 25 июндән бер аҙ йылытып, көндөҙгө һауа температураһы +21...+23 градус тәшкил итәсәк, тип фаразлай синоптиктар. Шулай ҙа аҙна аҙағына тиклем ямғырлы, аяҙлы-болотло көндәр дауам итәсәк. Шуға күрә был аҙнала йәйгесә эҫе, ҡоро көндәр көтмәй тороғоҙ. 

Фото: fotobank02.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас