

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында 76 йәшлек ир менән 64 йәшлек пенсионерҙар күренмәй башлағас, телефон шылтыратыуҙарына яуап бирмәгәс, туғандары полицияға мөрәжәғәт итә.
Ишек бикле, телефонды алмайҙар. Тик тәҙрәнең асыҡ торғаны күренә. Тәртип һаҡсылары эскә үткәс, ғаилә парының үле кәүҙәләренә тап була. Уларҙың тәнендә бысаҡ эҙҙәрен абайлайҙар.Ә ихаталарынан еңел автомобилдәре юғала.
Рязановтарҙың 20 йәшлек ейәне Денисҡа шик төшә. Тиҙҙән машина Пермь крайының Көңгөр районында юл ситендәге канауҙа табыла. Ул юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән була.
Ике аҙнанан ғына ейәнде Пермь ҡалаһында эҙләп табалар. Ул енәйәт ҡылғанын таный. Егеткә ҡарата эш асыла. Олатай-өләсәйенә ялға ҡайтҡан ейән ни өсөн яҡындарының ғүмерен ҡыйғандыр - тикшереү асыҡлар.
Зифа һәм Владимир Рязановтар Мәсәғүттә билдәле, абруйлы ғаилә һанала. Ғаилә башлығы ВДВ ветераны, райондың иң өлкән "десантсыһы" була. Йәмәғәт сараларында ла ҡатнаша.
Ейәндәрен дә улар тәрбиәләгән, ахыры. Таныштары әйтеүенсә, Денис Мәсәғүттә үҫкән, ә әсәһе Себерҙә эшләгән. Олатайҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә аватарына ул тап ейәне менән уның сығарылыш тантанаһында төшкән фотографияһын ҡуйған. Күрәһең, ейәнен яратҡандыр. Тик олоғайған көндәрендә уның яуыз, яһил кешегә әйләнеп, яҡындарының ғүмерен ҡыйыр тип уйламағандыр...
Фото: социаль селтәрҙән.