Йәмғиәт
3 Июль 2025, 18:45

Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти

Ир-егеттәр был хәлгә түҙмәне, кәңәшләште һәм 10 көн буйы ҙур эшкә әҙерләнде...

Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, тиКүпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти
Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти
Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылындағы Көньяҡ Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙең ағас өлөштәре (бурса, таҡта) сереп, яҙғыһын уҡ тишелә башланы. 38 метр оҙонлоғонда, техника йөрөгән ере 4,8 метр киңлектә булған күперҙең 4/1 өлөшөн "Алағуян" ойошмаһы ремонтлағайны. Тик күпер ныҡлап серегән булыу сәбәпле, икенсе урындары ла, ауыр йөк машиналарын күтәрә алмай, тишелә башланы.
 
Килдеғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарындағы пилорама тотоусылар, кәңәшләшеп, үҙ көстәре менән материал әҙерләп, күперҙең ҡалған өлөшөн яңыртып ҡуйырға ҡарар итте. 10 көн эсендә күпергә етерлек материал бысылды. Пиломатериал әҙерләнеләр.
 
Килдеғол ауылы:
1.Нияз Яхин - 11 дана бурса
2. Альберт Яхин - 9 дана бурса
3. Кәрим Исҡужин - 11 дана бурса
4. Сәғит Билалов - 11 дана бурса
5. Илдус Билалов - 10 дана бурса
6. Наил Көмөшбаев - 10 дана бурса
7. Ринат Ҡунафин - 10 дана бурса
8. Айҙар Билалов - 22 дана таҡта

Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы:
9. Илһам Балғазин - 7 дана бурса
10. Азамат Исмәғилев - 5 дана бурса, 11 дана таҡта
11. Фидан Мөхәмәтғәлин - 22 дана таҡта
12. Илнур Мөхәмәтғәлин - 30 дана таҡта
13. Илдус Насиров - 5 дана бурса

Яуымбай ауылы:
14. Фәһим Хәйбуллин - 18 дана таҡта

Ҡолғананан Рөстәм Ғәйетбаев - 10 мең, Айгиз Айытбаев 5 мең һум аҡса индерҙеләр.
 
Илдус Билалов, Нәғим Мөхәмәтйәнов, Илназ Исҡужин, Наил Көмөшбаев, Хәмит Миңлеғолов, Ғәбит Ғәлин, Фидан Миңлеғолов, Иҙел Билалов, Рәфис Әхмәтов, Илдус Насиров, Фәһим Баймырҙин, Фәрзәт Ҡаһарманов эште күперҙең иҫке таҡталарын тиреүҙән башланы. Төштән һуң Илһам Суфийәнов, Сәйет Билалов һәм Илнур Мөхәмәтғәлин дә эшкә ҡушылды.
 
Илназ "КамАЗ"ының манипуляторы ярҙамында күперҙең иҫке таҡталарын һәм бурсаларын аҡтарып алып, тейәп, сығарып түгеп торҙо. Төп эште ул атҡарҙы тип әйтергә була. Иҫке бурсаларҙы тар ерҙән оҫта ғына итеп алып, яңыларын да шулай итеп һалып торҙо.
 
Илдус "Беларус"ы менән, ситтә ятҡан бурса, таҡталарҙы яҡынайтып торҙо. Илдус һәм Нәғим етәкселегендә эш ыңғай һәм ойошҡанлыҡ менән барҙы. Кискелеккә күпергә бурсалар йәйелеп, өҫтөнән таҡталар ҡатылып та ҡуйҙы.
 
Ауыл мәктәбенең ашханаһында Резида Әҙелмырҙина, Зөһрә Мөхәмәтғәлина, Эльза Байназарова, Гүзәл Насирова өмәлә ҡатнашҡан егеттәргә тәмле итеп ике тапҡыр туҡланыу ойошторҙо.
 
Өс ауылды оло ер менән тоташтырып торған күперҙе йүнәтеп, ир-ат ҙур сауап алды. Пиломатериал әҙерләгән (хаҡы яҡынса - 200 мең һум) һәм күперҙе ремонтлауҙа ҡатнашҡан ир-егеттәргә өс ауыл халҡы исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
 

 

Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти
Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти
Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти
Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти
Күпер һалыуҙың сауабы шул тиклем ҙур, ти
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас